Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
16 Ғинуар 2023, 15:12

30 меңдән ашыу кеше килгән

Мортаза Ғөбәйҙулла улын мәңгелек йортона оҙатыу сараһы юғары кимәлдә үтте

30 меңдән ашыу кеше килгән
30 меңдән ашыу кеше килгән

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән бәхилләшеү сараһын ойоштороусыларға рәхмәт әйтеүҙән башланы. Уның белдереүенсә, унда 30 меңдән ашыу кеше килгән.

– Тиҙ арала был сараны ойошторған коллегаларға һәм уны һуңғы юлға оҙатырға килгән республика халҡына рәхмәт әйтәм. Матәм сараһы тыныс үтеп китте, – тине ул.

Шулай уҡ Радий Хәбиров Мортаза Ғөбәйҙулла улының хәтерен мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Бының өсөн бер аҙна ваҡыт бирелде. 

Фото: ufaved.info

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: