Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
7 Ғинуар 2023, 14:04

Раштыуа байрамы менән!

Радий Хәбиров: "Һәр йортҡа шатлыҡ алып килһен, иртәгәһе көнгә ышанысты арттырһын".  

Раштыуа байрамы менән!
Раштыуа байрамы менән!

Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөнгө байрам менән ҡотланы.

"Хөрмәтле православие динен тотоусылар! Һеҙҙе Христос Раштыуаһы менән ихлас ҡотлайым! Был байрам быуаттар дауамында иман нуры тарата, йөрәктәрҙе шатлыҡ менән тултыра, беҙҙе рухи сығанаҡтарға, ғаилә йолаларына ҡайтара, изгелектең яуызлыҡты еңеүенә ышанысты арттыра.

Рус православие сиркәүенең Башҡортостан митрополияһы республиканың башҡа конфессиялары вәкилдәре менән бергә йәмғиәттең рухи-әхлаҡи нигеҙҙәрен нығытыу кеүек мөһим миссияны башҡара. Дөйөм берҙәмлек, социаль хеҙмәт, хәйриәлек, ирекмәнлек кешеләрҙе Ватан хаҡына ҙур ҡаҙаныштарға, батырлыҡтарға дәртләндерә.

Ата-бабаларыбыҙ васыятына тоғро яугирҙәребеҙ бөгөн илдең киләсәген намыҫ менән яҡлай. Беҙ барыбыҙ ҙа улар иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын өсөн доғалар ҡылабыҙ. Һәләк булған геройҙар хаҡында яҡты иҫтәлек һаҡлайбыҙ. Үҙҙәрен Тыуған илгә хеҙмәт итеүгә бағышлағандарҙың барыһы алдында баш эйәбеҙ. Илһөйәрлек, берҙәмлек, иғтибарлылыҡ һәм изге эштәрегеҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерәм. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, именлек теләйем! Яҡты Раштыуа һәр йортҡа шатлыҡ, үҙ-ара аңлашыу, иртәгәһе көнгә ышаныс алып килһен", - тиелә ҡотлауҙа.

Фото: Республика Башлығы сайты.

Автор:Карима Усманова
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: