Атай-әсәйҙәр һәм 10 йәшкә тиклемге балаларҙан торған 11 команда барлыҡ һынауҙарҙы үтеп сығыу өсөн ныҡышмалылыҡ, етеҙлектәрен һалып тырышты. Барлыҡ эстафеталарҙы үтеп сыҡҡандан һуң ғаиләләр “Кем күберәк гол индерә” уйынын уйнаны. Тамашасылар уларҙың уйынын күҙәтеп, көс һәм дәрт өҫтәп ҡеүәтләп торҙо.
Уйын булғас, еңеүселәр ҙә була. Шулай итеп, 1-се урынды Иҫке Шәрәй ауылынан Илгиз, Регина һәм Илназ Мөлөковтар яуланы. 2-се урынға Ҡырмыҫҡалы ауылынан Илмир, Нурсилә һәм Инсаф Әминевтар сыҡһа, 3-сө урын Үтәгән ауылынан Зәбир, Лиана һәм Динислам Баһауетдиновтарға тәтене.
Әйткәндәй, Мөлөковтар ғаиләһе уҙған йыл да район йөҙөн республика ғаилә уйындарында яҡлаған ине. Ләкин, былтыр уларға еңеү яулай алмағайны. Быйыл Мөлөковтар теләктәренә ирешерҙәр һәм еңеп сығырҙар тип ышанайыҡ һәм уларға уңыштар теләйек.
Рушания Хәмәтғәлимова фотолары.
https://vk.com/karmadm сайтынан алынды
#новогодние_семейные_игры #Кармаскалы #спорт