-7 °С
Болотло
Район Мәҙәниәт йортоноң ҙур залында етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн мөғжизәләргә тулы Яңы йыл байрамы уҙҙы. Тамаша була торған залға ингәнсе балалар һүрәт төшөрҙөләр, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаштылар, төрлө уйынсаҡтар эшләнеләр, уйнанылар.
Артабан улар мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән "Буран һәм юғалған байрам" тип аталған мажаралы тамаша геройҙары менән бергә байрам атмосфераһына сумдылар. Байрам һуңында балалар ҡупшы шыршы тирәләй әйләнделәр, йырланылар, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың татлы күстәнәстәр алдылар.