Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
2 Декабрь 2022, 09:35

Яңы йыл кисе өсөн ҡыҙыҡлы уйындар

Ваҡыт тигәнең аҡҡан һыу кеүек. Бына Яңы йыл байрамдарына ла күп ҡалманы. Уны ҡыҙыҡлы һәм күңелле итеп үткәреү өсөн һеҙгә бер нисә уйын тәҡдим итмәксебеҙ. 

Яңы йыл кисе өсөн ҡыҙыҡлы уйындар
Яңы йыл кисе өсөн ҡыҙыҡлы уйындар
 
Мөғжизәләр яланы
Көй аҫтында алып барыусы килеп сыға –“Леонид Якубович”: пинжәктә, күлдәктә, муйынында ҡара күбәләк һәм мотлаҡ мыйыҡтар!
Якубович:
– Хәйерле кис, ханымдар һәм әфәнделәр! Бөгөн беҙҙең кисәбеҙ бары Яңы йылға арнала, яңы йыл төнөндә үтә һәм мин студияға тәүге өс бәйгесене саҡырам. Бөгөн айырыуса тылсымлы кисә, шуға күрә лә шарттарҙы бер аҙ үҙгәртәбеҙ. Һеҙ күрергә күнеккән барабан бөгөн юҡ. Уны бына был ябай ике кубик алмаштыра, йәғни уйын һөйәктәре. Уларҙа “плюс”, “шанс”, “приз” секторҙары ла, “банкрот”, “ноль” тигәндәре лә юҡ! Байрамда уйын көйлө барырға тейеш. Шулай итеп, һеҙҙең алда беренсе уйынсы…, икенсе уйынсы…, өсөнсө уйынсы. Һөйәктәрҙе ташлағыҙ ҙа үҙегеҙ менән таныштырығыҙ. Һеҙгә … мәрәй төштө, әйткәндәй. Бөтә уйынсыларҙың да мәрәйҙәре автоматик рәүештә10 мәртәбәгә арта. Ә хәҙер һорауҙарҙы тыңлағыҙ!
Тур һорауҙары:
– Ҡайһы илдә беҙҙең Ҡыш бабайҙың ише, Вайнахтеман исемен йөрөтә? (Австрия).
– Ҡайһы илдә Яңы йылға шыршы түгел, ә бамбук биҙәйҙәр? (Вьетнам).
– Ҡайһы илдә Яңы йыл төнөндә дуҫтарға мотлаҡ балсыҡ фигуралар бүләк итергә кәрәк? (Венгрия).
Финал һорауы:
– Ҡайһы илдә йорт хужаһына хөрмәт йөҙөнән күстәнәскә ҡуҙ тотоп киләләр һәм уны һуңынан мейескә ырғыталар (Шотландия).
Супер уйынға һорау:
– Бер минут эсендә Яңы йыл тыуыуы хөрмәтенә бер көнгә матриархат урынлаштырылған илде атағыҙ (Сардиния).

 

“Билмән” эшләү
Конкурс өсөн ике төрлө тышлы кәнфиттәр, ҡағыҙсыҡтар, ултырғыс, кәстрүл, аш ҡалағы кәрәк. Кәнфит – “фарш”, ҡағыҙ – “ҡамыр йәймәһе”, ике командаға бер ҙур кәстрүл.
Ике команданан вәкилдәр сыға, уйынсыларҙың икеһе билмән эшләй, ҡалған икәү әҙер “билмән”де бик алыҫта ултырған һауытҡа аш ҡалағы менән елләй. Кәстрүлгә тура ғына барып ятҡан һәр “билмән”гә бер мәрәй яҙыла бара. Еңеүсе командаға бер килограмм ысын билмән бүләк ителә.

 

Тиндәр баскетболы
Уйын өсөн фарфор тәрилкә һәм ваҡ аҡсалар кәрәк. Командала спорт снарядтарын бүлешеп алалар – тәрилкәләрҙе, тиндәрҙе.
Партнерҙар 1.5-3 метр алыҫлыҡта бер береһенә ҡаршы торалар. Берәү ташлай, икенсеһе мотлаҡ тәрилкә ярҙамында ғына аҡсаны тоторға тырыша. Кем күберәк тәрилкә менән аҡса йыя ала – шул команда еңеүсе.

 

Кис ултырыу
Команданан ике кеше сыға. Уларға ике ултырғыс һәм яҫы, оҙон таҫтамал тәҡдим ителә. Таҫтамалдың бер осон бер ултырғысҡа, икенсе осон икенсе ултырғысҡа һалып бәйгеселәр ултыра, сигнал буйынса һәр кем туҡыманы үҙ яғына тарта. Таҫтамал тәүҙә тартыла, тора-бара кемдең ҡулы көслөрәк – шул яҡта ҡала. Еңеүсегә “Иң ултыраҡ” почетлы исеме бирелә.

 

Әйтелмәгән әйтемдәр
Уйынсылар хәрәкәтле уйындарҙан арып киткән осраҡта урындан ғына ултырып түбәндәге әйтемдәрҙә төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе әйтеп мәрәй йыя ала.
Күп күргәнде … (күрә) алмайҙар.
 
Ҡабалан эш … (ҡабаттан) эшләнә.
 
Телдең оҙонлоғо … (аҡыл) ҡыҫҡалығынан.
 
Битһеҙҙең … (йөҙө) ҡыҙармай.
 
Ныҡ күтәрелгән … (танау) күҙҙе ҡаплай.
 
Тунһыҙға ҡыш … (йыш) килгән һымаҡ.
 
Юха йылан … (ҡуйынға ) ингәс саға.
 
Тик тороу өсөн дә … (ваҡыт ) кәрәк.
 
Һүҙ күтәрә алмау арҡаһында йыш ҡына … (тауыш) күтәрелә.
 
Дан күтәрә алмай … (имгәнеүселәр) бар.
 
Түрәләр менән һөйләшкәндә баш кәрәк: өҙлөкһөҙ … (ҡағып) торорға.
 
Күңелең тар икән, ишегең … (киңлеге) нимәгә.
 
Иртән ҡайтыу … (иртә) ҡайтыуҙы аңлатмай.

 

 
Лотерея
Отошһоҙ байрам байрам түгел, Яңы йыл кисәһендә лотерея үткәреү бигерәк тә яҡшы. Һәр килгән ҡунаҡ ҡулына һан яҙылған карточка бирергә була. Йә махсус рәүештә лотерея яһатып һатыу, йә бүләк итеү – ысулдар күп. Приздарҙы һәм уларға аңлатмаларҙы түбәндәге исемлектән ҡарап алырға була.
Салфетка (“Ҡағыҙ” фирмаһынан универсаль туҙан таҙартҡыс), блокнот (“Шыршы” компанияһынан оператив хәтер блогы), брелок (асҡыс юғалтыуҙан “Росгосстрах” компанияһынан страховка), йомшаҡ уйынсыҡ (балалар баҡсаһынан иң яҡшы дуҫ), зажигалка (“Утлы” фирмаһынан газ плитәһе), көҙгө (билдәһеҙ рәссамдың билдәһе әҙәмгә портреты), теш пастаһы (“Хлоркислобытхим” фирмаһынан аҡты һәм һарыны универсаль таҙартыу сараһы), календарь (склероздан импорт витамин), көшөлөк (“Мани” фирмаһынан ҡиммәтле ҡағыҙҙар һаҡлау сейфы), маркер (юйылмай торған косметика), һабын һауыты (“Сыр” фирмаһынан фотоаппарат), ҡайсы (“Буш” фирмаһынан газон ҡырҡҡыс), открытка (Дәүләт Эрмитажынан натюрморт), бәҙрәф ҡағыҙы (Үҙәк телеграфтан фирма бүләге), пакетлы сәй (“Чифирр” фирмаһынан нервы системаһын тынысландырыусы стимулятор), губка (“Мойдодыр” фирмаһынан бактерияларға ҡаршы терминатор, башлы һарымһаҡ (“Антивампирин” препараты), Ҡыяр һыуы (йәшлек эликсиры), кәрт (Казинонан уйын автоматы), тиҙ әҙерләнеүсе вермишель пакеты (“Тәмлетамаҡ” фирмаһынан үҙенсәлекле приз), уйынсыҡ автомобиль (“Авто–капут” фирмаһынан төп приз), ҡунаҡтарҙың барыһын үбеп сығыу хоҡуғы (“Эротомания” фирмаһынан акция бүләге), 2 һум (“Доллар” фирмаһынан кеҫә инкубаторы), ябай сылбыр (Ювелир магазинынан антиквар биҙәүес), бер бокал шампан шарабы (“Ләззәт” фирмаһынан эске йылытҡыс), линейка (“Ҡыҫҡа” фирмаһынан лазер үлсәгес), блокнот (“Хәйләкәр” фирмаһынан бөтә донъя телефон справочнигы), компьютер дискыһы (“Серле материалдар” банкы призы), флешка (“Элвин Грей” фирмаһынан персональ концерт).

 

Ҡыш бабай бүләктәре
Киң билдәле Яңы йыл йыры – “В лесу родилась елочка” яңғырай, ҡунаҡтар ултырған залға Ҡыш бабай инә. Мыйығы-һаҡалы, бүләк һалған моҡсайы ҡәҙимге Ҡыш бабайҙыҡы кеүек. Ҡалған кейеме – заманса. Ҡыш бабай:
– Һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар! Көттөгөҙмө? Мин һеҙгә бүләктәр килтерҙем. Бына был тоҡта приздар, ә бына кеҫәлә – уларҙы нисек тотоноу буйынса инструкция. Шартым былай – бер ҡунаҡ сыға ла күршеһенә тоҡтан приз алып бирә. Ә бүләк алыусы быны нимә эшләтәсәген инструкциянан уҡып әйтә. Ҡағыҙҙарым кеҫәлә буталып бөткән, шулай ҙа ҡулығыҙға эләккән күрһәтмәне генә уҡырға тейешһегеҙ, юғиһә бүләк башҡаға эләгәсәк!
Бүләктәр исемлеге:
Сәғиҙулла Байегет фотоһы; Гөлдәр Ишҡыуатова фотоһы; шоколад; кулон; сәскә заколка; “Сникерс”; шампан шарабы; ҡәләм ослағыс; чупа-чупс; ручка; теш щеткаһы; брелок; бәҙрәф ҡағыҙы; лимон; бутерброд; йомшаҡ уйынсыҡ; тәмәке; шәм; ҡалаҡ; диск; наклейка; ҡурсаҡ; ирен буяғыс; сынаяҡ; сәй.
“Улар менән нимә эшләргә?” исемлеге:
Мин уны үбәсәкмен; шампан шарабына һалып йотам; 10 секунд һайын танауымды һөртәсәкмен; бәләкәй киҫәктәргә бүлеп ашаясаҡмын; арҡанға үткәреп муйынға аҫып йөрөйөм; сәсемә ҡуям; осороп ебәрәм; бының менән бандиттарҙан нисек ысҡынырға икәнен күрһәтәм; өлөштәргә бүлеп, төҙөлөшөн ҡарайым; тешемде шуның менән таҙартам; салатҡа турап һалып, майонез менән бутап ашайым; 5 минутҡа шампан шарабына һалып ебетеп, төнәтмәне эсеп ҡуям; ҡабымлыҡ итеп файҙаланам, яңағыма ышҡыйым; тәмәке итеп тартам; уға ҡарап көнө-төнө ғибәҙәт ҡыласаҡмын; ҡалаҡ урынына ҡулланасаҡмын; маңлайыма йәбештереп, башҡаларға маҡтанам; бының менән 5 бейеүҙе рәттән бейейәсәкмен; бишек йырын йырлап, йоҡларға һалам; муйынына бау бәйләп, яратҡан көсөгөм итеп тотам; уның менән өҫтәл тирәләй ырғып йөрөйөм; уң яғымдағы күршемә эт булып өрөп бирәм; аяғыма бау менән бәйләп һелкетеп ултырам.

 

Алмала һүрәт
Әфәнделәр, гений булыуы ауырмы, шул хаҡта уйланғанығыҙ бармы? Кемегеҙ гений икән? Әйҙәгеҙ, асыҡлайыҡ! Айырым скульпторҙар, йә тотош ижади командалар ярыша ала. Уйын шарты – эш ҡоралы сүрәтендә тештәрегеҙҙе ҡулланып, алмала һүрәт төшөрөү. Юнысҡаларығыҙҙы, йәғни алма ҡабығын ташларға ярамай, эш барышында сәйнәп, йотоп барығыҙ. Башланыҡ!

 

Быраулаусылар
Илебеҙҙең байлығы – нефть! Хәҙер һеҙҙе быраулаусы эшендә үҙегеҙҙе һынап ҡарарға саҡырабыҙ. Ике командаға бүленеп, ҡайһы коллектив көслө икәнен тикшереп алайыҡ! (берәмләп сығып һәр кем “быраулап” ҡарай. Ҡапҡаслы яғы иҙәнгә төкәлгән буш пластик һауыт – “тәрәнгә быраулау аппараты”. 3 кешенән торған “комиссия” мәрәйҙәр ҡуйып бара.

 

Ас банкир
Ҡатын-ҡыҙ ир-егеттән миллионер яһай аламы? Ала. Әгәр ул миллиардер булһа. Эйеме? Эйе, аҡсаны барыһы ла ярата, бигерәк тә банкирҙар. Әйҙәгеҙ, кемегеҙҙең банкир булыу һәләте бар икән, тикшереп, уйнап алайыҡ. Ике команданан икешәр кеше сығып ҡара-ҡаршы ултырып уйнай.
Ҙур фарфор тәрилкәгә 13 тинлек һалына. Бәйгеселәр алдарындағы бәләкәй тәрилкәләренә сәй ҡалағы менән дөйөм тәрилкәнән мөмкин тиклем күп тинлек алып һалырға тырыша. Бер ҡул менән генә уйнайҙар, тинлек ҡаршылағы кешегә эләкмәһен өсөн бер-береһенә ҡамасаулайҙар. Мәрәйҙәр буйынса еңеүсе билдәләнә.

 

Зирәклек
Алып барыусы уйынсыға күршеһе хаҡында “бәйләнсек” һорауҙар бирә. Уйынсы тиҙ генә яуап бирергә тейеш, әммә шарт бар – барлыҡ яуаптары ла уң яғындағы күршеһенең исеменең баш хәрефенә башланырға тейеш. 5 секунд эсендә яуап бирә алмаһа – наказ үтәп йырлап-бейеп күрһәтә.
Ә һорауҙар иһә былай:
- Күршеңдең төп етешһеҙлеге ниҙә?
 
– Унан нисек үс аласаҡһығыҙ?
 
– Уны отпускыға ҡайҙа ебәрәсәкһегеҙ?
 
– Уны ниндәй транспортҡа ултыртып ебәрәсәкһегеҙ?
 
– Эргәһенә кемде ултыртаһығыҙ?
 
– Юлда уға нимә ашатырһығыҙ?
 
– Өҫтөнә нимә кейҙереп алып бараһығыҙ?
 
– Юлда нимә эсерерһегеҙ?
 
– Күршегеҙҙе нимә менән ғәжәпләндерер, ҡыуандырыр инегеҙ?
 
– Куршегеҙҙең ҡайһы сифаты ҡыуандыра?
Еңеүселәргә -приздар!

 

Бейеү бәйгеһе
Уртаға 8 бейеүсе саҡырыла. 7 ултырғысты түңәрәкләтеп теҙәләр. Бейеү көйө ебәрелгәс, барыһы ла бейей башлай, көйҙө ҡапыл туҡтатҡас, барыһы ла үҙенә ултырғыс табып ултырырға тырыша. Урын таба алмаған уйынсы уйындан сығарып ебәрелә, бер ултырғыс ситкә алына. Иң аҙаҡтан ҡалған бейеүсегә приз эләгә.

 

“Йүкә телефон”
Уйынсылар бер рәткә теҙелеп тора. Алып барыусы иң баштағы уйынсының ҡолағына шыбырлап берәй хәбәр әйтә, ыңғайына ҡул һәм аяҡ хәрәкәттәре менән аңлата. Был уйынсы нимә ишеткәнен һәм хәрәкәттәрҙә хәтерләп өлгөргәнен күршеһенә еткерә. Сылбыр буйлап был күренеш дауам итә. Иң аҙаҡтан алып барыусы үҙенең нимә тип әйткәнен һәм күрһәткәнен яңынан ҡабатлай. Беренсе вариант менән аҙаҡҡы вариант араһында ҙур айырмалыҡ булыуы тамашасыларҙа көлкө уята. “Йүкә телефон” аша хәбәрҙең нисек үҙгәреүе нәҡ ошо уйында асыҡ ярылып ята!

Байрамығыҙ күңелле үтһен! Ҡуян йылы тик шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына килтерһен!

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: