Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
2 Декабрь 2022, 10:20

Ҡуян йылы беҙгә нимәләр вәғәҙә итә?

Ғәҙәттә, Яңы йылға һәр саҡ яңы өмөттәр бағлайбыҙ, ниндәйҙер пландар ҡорабыҙ. Көнсығыш календары буйынса Ҡуян йылы тип иҫәпләнгән Яңы 2023 йыл да яҡынлашып килә. Ул ниндәй булыр? Шуға бер аҙ күҙаллау яһап алайыҡтар. 

Ҡуян йылы беҙгә нимәләр вәғәҙә итә?
Ҡуян йылы беҙгә нимәләр вәғәҙә итә?

Ғәҙәттә, Яңы йылға һәр саҡ яңы өмөттәр бағлайбыҙ, ниндәйҙер пландар ҡорабыҙ. Көнсығыш календары буйынса Ҡуян йылы тип иҫәпләнгән Яңы 2023 йыл да яҡынлашып килә. Ул ниндәй булыр? Шуға бер аҙ күҙаллау яһап алайыҡтар. 

Белеүегеҙсә, ҡуян – үҙе йомшаҡ, үҙе бигерәк наҙлы йәнлек. Шул уҡ ваҡытта улар хәйләкәр, етеҙ, сос, осло тырнаҡлы булыуҙары һәм һаҡ ҡолаҡтары менән дан алған. Шуға ла был йылда йомшаҡ та, яғымлы ла, әммә шул уҡ ваҡытта уяу ҙа булырға кәңәш ителә.

2023 йылдың стихияһы – Һыу. Көнсығышта быны ике төрлө аңлаталар. Бер яҡтан ул – именлек, икенсе яҡтан тарҡалыу ҙа булыуы ихтимал. Бары тик Яңы йылдың “холҡон” тойоп, шуға яраҡлаша белеү зарур. 2023 йылда барыһы ла яҡшы буласаҡ тип фаразлайҙар. Шулай ғына булһын!

Астрологтарҙың белдереүенсә, Ҡуян йылында беҙҙең тормошҡа күптән көтөлгән тыныслыҡ киләсәк, сөнки Ҡуян тыныслыҡты өҫтөн итә. 2023 йылды яҡындарың менән өйҙә, тыныслыҡта ғына ҡаршы алыу яҡшыраҡ. Үтә сағыу төҫтәге кейемдәр кейеү кәрәкмәҫ. Кейемдәрегеҙ яҡты һәм тыныс төҫтә булһын. Табынға ҡуян ите әҙерләмәгеҙ. Уңыш йәлеп итер өсөн кишер тоғо тотҡан ҡуян һыны алып ҡуйырға кәңәш ителә.

Алдағы Ҡуян йылы һәр ғаиләгә тик бәхет-ҡыуаныстар алып килһен, тыныс тормош бүләк итһен!

Автор:
Читайте нас: