Даирә
+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
1 Декабрь 2022, 10:05

Әсәләргә мәҙхиә йырланды

Район Мәҙәниәт һарайында Әсәләр көнөнә бағышланған тантаналы сарала райондың күп балалы әсәләре, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы ғаиләләренә тәрбиәгә бала алған ҡатын-ҡыҙҙар, һалдат әсәләре, мобилизацияға эләккән яҡташтарыбыҙҙың әсәләре һәм шулай уҡ башҡа бик күп гүзәл заттар йыйылғайны.

Әсәләргә мәҙхиә йырланды
Әсәләргә мәҙхиә йырланды

Әсәләргә мәҙхиә йырланды

Рәсәй Президенты ҡарары менән 1998 йылдан башлап ноябрь айының һуңғы йәкшәмбеһендә илебеҙҙә Әсә көнө билдәләнә. Һәр беребеҙ өсөн Әсә – ул изгелек һәм шәфҡәтлелек, ышаныс һәм тоғролоҡ, сабырлыҡ өлгөһө. Был күркәм байрам кешелеккә йән өрөүсе изге заттар алдында баш эйеү, уның хәстәрлекле йөрәгенә мәҙхиә йырлау өсөн бик матур сәбәп булып тора.

Район Мәҙәниәт һарайында Әсәләр көнөнә бағышланған тантаналы сарала райондың күп балалы әсәләре, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы ғаиләләренә тәрбиәгә бала алған ҡатын-ҡыҙҙар, һалдат әсәләре, мобилизацияға эләккән яҡташтарыбыҙҙың әсәләре һәм шулай уҡ башҡа бик күп гүзәл заттар йыйылғайны.

Мәҙәниәт усағын был көндө танырлыҡ та түгел ине: фото төшөр өсөн күркәм урындар әҙерләнгән, фойела төрлө күргәҙмәләр, оҫтаханалар ойошторолған. Бер мөйөштә әсәләр үҙҙәренә зауыҡлы прическа эшләтһә, икенсеһендә тырнаҡтарын буяталар, өсөнсөһөндә биҙәндерәләр. Шулай уҡ байрамды ойоштороусылар ҡунаҡтарҙың барыһын да төрлө тәм-томдар менән һыйларға ла өлөгрәләр. Ҡыҫҡаһы, бында йәнең ни теләй, шуның барыһы ла бар. Концерт залына ингән ерҙә лә әсәләрҙе матур сюрприз көтә - һәр бер әсәнең муйынына килешле итеп яулыҡ бәйләйҙәр.

“Әсәй өсөн иң яҡшы бүләк” тип аталған байрам концертын муниципаль район Советы рәйесе Ринат Шайбәков асты һәм донъялағы иң изге кешеләргә район хакимиәте башлығы, район депутататтары исеменән ҡотлап, күңеленән сыҡҡан ихлас теләктәрен әйтте.

- Изге йәнле әсәләр генә булып ҡалмайһығыҙ һеҙ, шулай уҡ райондың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнашаһығыҙ. Күп балалы әсәләргә һәм ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ата-әсә һөйөүенән мәхрүм ҡалған балаларҙы үҙ ғаиләләренә тәрбиәгә алған әсәләрҙе айырым билдәләп үтергә кәрәк. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙҙың әсәләре лә бөгөн беҙҙең байрамда. Беҙ һеҙҙең менән һоҡланабыҙ һәм барығыҙҙы ла хөрмәт итәбеҙ. Донъяла булғанығыҙ һәм уны йәмләгәнегеҙ өсөн барығыҙға ла оло рәхмәт белдерәм һәм һеҙҙең алда баш эйәм, - тине Ринат Рәмил улы һәм бүләкләү танатанаһына күсте.

Район хакимиәтенең Маҡтаулы ҡағыҙын тапшырыу өсөн иң тәүгеләрҙән булып сәхнә түренә Иҫке Муса ауылынан Шәрифә Бариева саҡырылды. Уның улы Наил махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Шулай уҡ үҙ улы кеүек тәрбиәләп үҫтергән Роберт туғанын да октябрь айында мобилизацияға алғандар.

Махсус операцияла хәрби бурыстарын үтәүсе Рәмил һәм Филүстең әсәләре - Һәүәләй ауылынан Рәйфә Үтәгәнова шулай уҡ “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” Республика конкурсында “Ҡатын-ҡыҙ - әсә” номинацияһында лайыҡлы еңеү яулаған.

Киләһе бүләкләнеүсе – Ҡырмыҫҡалыла йәшәүсе Зәлиә Хәбибүтдинованың Илдар һәм Руслан улдары ла бөгөнгө көндә илебеҙ тыныслығын лайыҡлы һаҡлай.

Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы тәрбиәгә алыусы һәм шул уҡ ваҡытта йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусы әсәләр – Илтерәк ауылынан Римма Михайлова, Константиновка ауылынан Гөлсәсәк Мөхәмәтйәрова Район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Мәҙәниәт, спорт һәм мәғариф өлкәһендә федераль кимәлдә әһәмиәтле уңышҡа өлгәшкән бер төркөм уҡыусыларҙың әсәләре һәм шулай уҡ тормош ауырлыҡтарын еңеп сығыусы әсәйҙәр һәм башҡа бик күп әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар был байрам сараһында район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Байрам тантанаһында “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” республика конкурсының муниципаль этабында еңеп сығыусылар билдәләнде. Бына улар:

“Ҡатын-ҡыҙ – мәҙәниәт” – Дарья Якунина, Прибельский ауылы;

“Ҡатын-ҡыҙ - әсә” – Рәзилә Хәмитова, Яңы Ҡыйышҡы ауылы, Әлиә Шәмсетдинова, Ҡырмыҫҡалы ауылы;

“Ҡатын-ҡыҙ – лидер” – Фәнзиә Өмәтҡолова, Прибельский ауылы;

“Ҡатын-ҡыҙ – ғалимә” – Миләүшә Күсәбаева, Ҡабаҡ ауылы;

“Ҡатын-ҡыҙ – педагог” – Татьяна Мусина, Ҡырмыҫҡалы ауылы;

“Ҡатын-ҡыҙ – эшҡыуар” – Ләйсән Әбхалиҡова, Ҡабаҡ ауылы;

“Ҡатын-ҡыҙ – оҫта” – Гөлнур Шәймарҙанова, Иҫке Бәпес ауылы;

“Ҡатын-ҡыҙ – йыл өлгөһө”  - Гүзәл Назирова, Һәүәләй ауылы;

“Оло йәштәге ҡатын-ҡыҙ” – Флүрә Сәмиҡова, Олокүл ауылы.

Районыбыҙҙың мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һәм уҡыусылар әсәләргә ҙур һәм йәмле концерт программаһы әҙерләгән ине. “Егеттәр” вокаль ансамбле (етәксеһе Салауат Әйүпов), “Далан” өлгөлө хореографик ансамбле (етәкселәре Альбина һәм Артур Юлыевтар), “Йондоҙ” халыҡ бейеүҙәре өлгөлө ансамбле (етәксеһе Гөлназ Хәкимова), Светлана Әхмәҙиева, Нәркәс Хәлитова, “Сатҡылар” халыҡ театры, Фәрит Яҡшығолов, Салауат Әйүпов, Роберт Фәйзуллин һәм башҡаларҙың йыр-моңдарын, дәртле бейеүҙәрен тамашасылар дәртле алҡыштар менән оҙатты.

Сағыу тамашаға ҡоролған, гүзәллек һәм изгелек, оптимистик рух һәм ыңғай энергия менән һуғарылған байрам сараһы барлыҡ ҡунаҡтарҙың күңелдәрен бөтәйтеп, киләсәк тормошҡа яҡты өмөт уятҡандыр, көс-дәрт биргәндер тип ышанғы килә.  

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотолары.           

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас в