Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
17 Ноябрь 2022, 10:32

Сәләм биргән – мең сауаплы

21 ноябрь – Бөтә донъя сәләмләү көнө. Байрамдар күп хәҙер. Шулар араһында Бөтә донъя сәләмләү көнө лә бар. Күптән түгел генә билдәләнә башлаһа ла, был байрамдың 40 йылдан ашыу тарихы бар. 1973 йылда “һалҡын һуғыш” киң йәйелдерелгән осорҙа, ағалы-ҡустылы ике американлы Маккомак яңы байрам – Сәләмләү көнөн уйлап сығарған. Шул йылдың 21 ноябрендә улар Ер шарының төрлө төбәктәренә тик изге теләктәрҙән генә торған сәләм хаттары ебәргән. Шарт буйынса хат алыусы ошондай уҡ йөкмәткеле хатты кәмендә ун кешегә ебәрергә тейеш булған. Был күренеш тиҙ арала бөтә Ер шарына таралған һәм ошо көндән төрлө милләт кешеләре, төрлө һөнәр эйәләре, йәше-ҡарты бер-береһен сәләмләй, матур теләктәрен еткерә икән.

Сәләм биргән – мең сауаплы
Сәләм биргән – мең сауаплы

21 ноябрь – Бөтә донъя сәләмләү көнө.

Сәләм биргән – мең сауаплы

Байрамдар күп хәҙер. Шулар араһында Бөтә сәләмләү көнө лә бар. Күптән түгел генә билдәләнә башлаһа ла, был байрамдың 40 йылдан ашыу тарихы бар. 1973 йылда “һалҡын һуғыш” киң йәйелдерелгән осорҙа, ағалы-ҡустылы ике американлы Маккомак яңы байрам – Сәләмләү көнөн уйлап сығарған. Шул йылдың 21 ноябрендә улар Ер шарының төрлө төбәктәренә тик изге теләктәрҙән генә торған сәләм хаттары ебәргән. Шарт буйынса хат алыусы ошондай уҡ йөкмәткеле хатты кәмендә ун кешегә ебәрергә тейеш булған. Был күренеш тиҙ арала бөтә Ер шарына таралған һәм ошо көндән төрлө милләт кешеләре, төрлө һөнәр эйәләре, йәше-ҡарты бер-береһен сәләмләй, матур теләктәрен еткерә икән.

Башҡорт телендә бик күп сәләмләшеү һүҙҙәре йәшәп килә: Һаумыһығыҙ, иҫәнмеһегеҙ, шәпмеһегеҙ, арыумыһығыҙ, хәйерле иртә, хәйерле көн, хәйерле кис, сәләм һәм башҡалар. Шулай уҡ мосолмандарҙа  “Әссәләмәғәләйкүм” тип иҫәнләшеү ҙә бар. Уға яуап итеп “Вәғәләйкүмәссәләм” тиҙәр. Ғәҙәттә дини кешеләр, ололар бындай иҫәнләшеү формаһын ҡуллана.

Халҡыбыҙҙа бик матур ғәҙәт – ҡул бирешеп күрешеү йәшәп килә. “Ике мосолман ҡул бирешеп күрешкәндә, ҡулдары бер-береһенән айырылғанға тиклем уларҙың кескәй гонаһтарының бөтәһе лә ярлыҡаныр”, -тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм был турала.

Шул да мәғлүм: сәләм биреү 70 сауап менән бүләкләнә. Был сауаптарҙың 69-ы – тәүге булып сәләм биргән кешегә, ә береһе сәләмгә яуап ҡайтарған кешегә була. Шулай булғас, ошо ябай һәм ҡыҫҡа ғына, көн һайын бер нисә тапҡыр ҡабатларға тура килгән сәләмләшеү һүҙҙәре оло мәғәнәгә эйә.

Халҡыбыҙҙа тағы бер күркәм йола йәшәп килә. Ул да булһа – берәй кешегә икенсе кеше аша сәләм әйтеү. Күпте уйлап тормай ғына беҙ: “Сәләм әйт!” тибеҙ был осраҡта. Баҡтиһәң, был күренештең дә ҙур мәғәнәһе бар икән. Әгәр һин ошо сәләмде ниндәйҙер сәбәптәр менән ваҡытында тәғәйен кешегә еткермәһәң, был тапшырылмаған сәләм һинең иңеңә оло бурыс булып ята икән.

Түбәндә сәләмләшеүгә бәйле һорауҙар менән беҙ гәзит уҡыусыларыбыҙға һәм интернеттағы “Даирә” гәзите төркөмдәштеренә мөрәжәғәт иттек.

 

Һеҙҙең өсөн сәләмләү, һаулыҡ һорашыу, иҫәнләшеү ниндәй әһәмиәткә эйә? Уның ниндәй ҡағиҙәләре менән танышһығыҙ? Кемдәр тәүге булып сәләмләргә тейеш?

Нәсимә ПЕТРУХИНА, Архангел районы:

- Халҡыбыҙҙың сәләмләшеү йолаһы ҙур әһәмиәткә эйә. Ике ҡул менән күрешеү - сәләмләгән кешегә оло ихтирам биреү билдәһе. Әҙерәк алға эйелеп, ике ҡулың менән күрешеү беҙҙең халыҡта борондан килгән. Сәләмләшеү ҙә төрлө була. Мәҫәлән, кемдәрҙер һауалы ғына итеп сәләмләй. Ғәҙәттә, ундайҙарҙың бер ҡулы кеҫәлә, икенсеһе менән генә күрешә. Бындай сәләмләүҙе мин үтеп барышлай ғына сәләмләп китеү тип ҡабул итәм.
Сәләмләү – ул мосолмандарға хас күренеш. Яҡындарыңа, таныштарыңа, туғандарыңа иғтибар бүлеү, ихтирам итеү, олоно оло итә белеү – быларҙың барыһы ла күңелгә бик яҡын.

Кешеләрҙең нисек иҫәнләшеүен, нисек ҡул биреп күрешеүҙәрен, сәләмләүҙәрен һәм шулай уҡ сәләмде нисек алыуҙарын элек-электән күҙәтеп киләм. Мәҫәлән, политик Евгений Примаков осрашыуҙарҙа гел ике ҡуллап иҫәнләшә торған ине, бигерәк тә ғәрәп илдәренең илселәре менән. Телевизорҙан ҡарап һәр саҡ быға
ғәжәпләнә торған инем. Ул үҙе мосолман да түгел бит, шулай булыуға ҡарамаҫтан мәғәнәле күрешә белә тип уйлай торғайным.
Кемдәр беренсе булып сәләмләргә тейеш тигән һорауға ла яуап табырға була. Бына, күргәнегеҙ бармы шундай кешене, һин әле килеп тә етмәгәнһең, ә ул кеше һиңә әллә ҡайҙан һаулыҡ ҡуша, хатта үҙең беренсе булып һаулыҡ ҡушырға өлгөрмәй ҙә ҡалаһың. Кем беренсе һаулыҡ ҡуша, шул кешегә ҙур сауап була
икән. Һеңлем дә бер өс туған энекәш тураһында: “Юҡ , бына өлгөрмәй ҡалам һаулыҡ ҡушырға”, - тип һөйләгәйне. Иҫән- һау булайыҡ! Донъялар тынысланһын! Ир-егеттәребеҙ иҫән-һау, үҙ аяҡтарында өйҙәренә әйләнеп ҡайтһындар!

Рәфилә ҒӘҘЕЛШИНА, Иҫке Муса ауылы:

- Һаулыҡ һорашҡан һайын үҙегеҙҙең дә һаулығығыҙ арта, ти торғайны ололар. Тәрбиәле кеше һәр саҡ иң беренсе һаулыҡ һорашырға тырыша һәм шулай уҡ үҙе иҫәнләшкән кешеләргә яуап бирә. Ҡыҙғанысҡа, һаулыҡты алмаған, ишетмәмешкә һалышҡан кешеләрҙе лә осратырға була. Бындайҙарҙы инде тәрбиәле, мәҙәниәтле тип берҙә генә әйтеп булмай, әлбиттә. Кешене сәләмләп, беҙ үҙебеҙгә генә түгел, ә уға ла һаулыҡ һәм именлек теләйбеҙ, шулай уҡ оло сауап алабыҙ. Ҡөрьән Кәримдә лә: “Кешеләргә ни теләйһең, фәрештәләр ҙә Аллаһтан һиңә шуны һорар”, - тиелгән бит. Тағы ла, кешеләр менән исем өсөн генә түгел, ә ихлас итеп, бар күңелеңдән иҫәнләшергә кәрәк тип тә өҫтәр инем.

Зөбәржәт ҒИЗӘТУЛЛИНА, Ҡырмыҫҡалы ауылы:

- Иң тәүҙә хәтергә Әхмәр Үтәбайҙың “Сәләм биргән – мең сауаплы” тигән матур бер шиғыры хәтергә килә:

Борон-борон замандарҙан

Изге йола ҡала килә.

Быуаттарҙың сәләмләүен

Яңы быуын алып килә.

Кешеләрҙең күңелендә

Ҡояш булып ҡабынығыҙ.

Онотмағыҙ осрашҡанда

Өндәшергә"Һаумыһығыҙ!"

Эйе, борон-борондан килгән сәләмләшеү менән бәйле изге йолабыҙ ошо көндәргәсә килеп етеүе ҡыуаныслы. Сәләмләү – ул һаулыҡ һорашыу ғына түгел, әлбиттә. Иҫәнләшкән саҡта беҙ яҡындарыбыҙҙың кәйеф-торошон, хәлдәрен дә белергә өлгөрәбеҙ. Һаулыҡ һорашыу бигерәк тә ауыл ерендә матур ғәҙәткә әйләнгән. Ауыл ерендә беҙ осраған һәр бер кеше менән иҫәнләшергә тейешбеҙ. Унда беҙ танышмы, таныш түгелме, туғанмы, туған түгелме икәнен ҡарап тормайбыҙ. Мин үҙемдең балаларыма ла һәр саҡ кеше менән һаулыҡ һорашырға өйрәтәм. Улар хатта үҙебеҙ йәшәгән район үҙәгендә лә һәр кеше менән иҫәнләшә. Беҙҙең һәр көнөбөҙ, эш сәғәттәребеҙ иҫәнләшеүҙән башлана. Сәләмләшеү һәр кешегә яҡшы кәйеф бүләк итәлер, тип уйлайым. Уйҙарға батып, проблемаларыбыҙға сумып китеп барған саҡта кемдер һинең менән ихлас итеп иҫәнләшһә, шунда уҡ кәйефтәр күтәрелеп китә, проблемаларың онотола, йөҙөң яҡтырып китә. Һәр саҡ бер-беребеҙҙе сәләмләп, изге ниәттә генә булайыҡ.       

Розалия БИКТИМЕРОВА әҙерләне.

 

 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: