Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
1 Ноябрь 2022, 20:37

Ҡыш бабай поезы Өфөлә һәм Белоретта туҡталыш яһай

22 октябрҙә Ҡыш бабай поезы Бөйөк Устюгтан ил буйлап сәйәхәткә сыҡты. Байрамса биҙәлгән күсмә резиденция Рәсәй тимер юлдары буйлап 33 мең саҡрымдан ашыу юл үтергә тейеш. Поезд БАМ, Транссиб, Үҙәк Үҙәк Рәсәй һәм Себерҙең 130-ҙан ашыу ҡалаһы аша үтеп китә.

Ҡыш бабай поезы Өфөлә һәм Белоретта туҡталыш яһай
Ҡыш бабай поезы Өфөлә һәм Белоретта туҡталыш яһай

Поезд Башҡортостанға ла килә. 7 декабрҙә (шаршамбы) — Өфөлә, 8 декабрҙә иһә Белоретта туҡтай.

«Ҡыш бабай поезы туҡтаған һәр ҡаланың вокзалында артистар һәм аниматорҙар ҡатнашлығында ҡышҡы әкиәт мөхитенә сумырға мөмкинлек биргән күңелле байрам программаһы көтә», - тип хәбәр иттеләр Куйбышев тимер юлының матбуғат хеҙмәтенән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-11-01/poezd-deda-moroza-sdelaet-ostanovki-v-ufe-i-beloretske-3011719

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: