Даирә
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
21 Октябрь 2022, 18:31

Тауыҡ итенән колбаса эшләйбеҙ

Тиҙ һәм еңел генә әҙерләнә! Иң мөһиме, бик тәмле килеп сыға  

Тауыҡ итенән колбаса эшләйбеҙ
Тауыҡ итенән колбаса эшләйбеҙ

Бының өсөн бер килограмм һөйәкһеҙ тауыҡ ите, ете-һигеҙ тырнаҡ һарымһаҡ, ярты сәй ҡалағы ҡара борос, тауыҡ ите өсөн тәмләткес, ике аш ҡалағы майонез, 15 грамм желатин кәрәк.

 

Әҙерләү:

Итте йыуып, киптереп ҡыртышы менән ваҡ итеп турайбыҙ. Фаршҡа һарымһаҡ, борос, тәмләткестәр өҫтәп һәйбәтләп бутайбыҙ.

Майонез, желатин һалып тағы ла бутайбыҙ. Дүрт колбаса килеп сыға. Пищевой пленкаға фарштың 1/4 өлөшөн тултырабыҙ. Колбаса итеп төрәбеҙ. Духовканы 180 тиклем йылытып бер сәғәткә ҡуябыҙ. Һыуығас һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.

 

Ашығыҙ тәмле булһын!

 

Фото: cookingmir.ru

Автор:Рисаля Юмагулова
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: