Даирә
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
21 Октябрь 2022, 09:28

Иң ҙур бүләк – рәхмәт һүҙҙәре

Ашнаҡсы һөнәре – ҙур оҫталыҡ, түҙемлек һәм көс талап итә торған эш. Был эштә осраҡлы кешеләр ҡалмай. Бигерәк тә балалар баҡсаһында, сөнки кескәйҙәрҙе тәмле аштар менән һыйлау һәм ҡыҙыҡтырыу – үҙе бер сәнғәт.Ҡырмыҫҡалы ауылының 1-се балалар баҡсаһы филиалы ашханаһында иһә үҙ эштәрен яҡшы белгән һәм яратҡан ашнаҡсылар Венера Хәкимова һәм Альбина Зариповалар хеҙмәт һала. Улар көн һайын балаларҙы тәмленән-тәмле аштар менән һыйлай.

Иң ҙур бүләк – рәхмәт һүҙҙәре
Иң ҙур бүләк – рәхмәт һүҙҙәре

Венера Вәкил ҡыҙы балалар баҡсаһына килгәнсе, “Башмелиорация” ойошмаһында оҙаҡ йылдар ашнаҡсы булып эшләгән. Бында эшләүенә ике йылдан ашыу булып киткән. Шул дәүер эсендә ул коллективта үҙ кешегә әүерелгән. Ул ниндәй генә аш әҙерләһә лә, технология картаһын үтәүҙең мөһимлеген аңлап эш итә. Шуға күрә уның бутҡалары, аштары, компоттары һәм татлы ризыҡтары телеңде йоторлоҡ була.
- Һуңғы ваҡытта балаларҙың яҡшы сифатлы туҡланыуына дәүләт кимәлендә айырым иғтибар бүленә башланы: нормативтар билдәләнде, белем биреү учреждениелары ашханаларындағы блюдоларҙың сифатына контроль һәм ҡаты яуаплылыҡ булдырылды.

Һәм был дөрөҫ тә, балаларҙың өйҙә нимә ашауы – ата-әсәләр яуаплылығында. Өйҙә туҡланыуҙа ғаиләләге йолалар һәм башҡа факторҙар ҙур роль уйнай. Әммә балалар баҡсаһында, мәктәптә туҡланыу һәр йәһәттән дөрөҫ, калориялы, витаминдарға бай булырға, мәктәп программаһын үҙләштереүгә мөмкинлек бирерҙәй булырға тейеш, - ти Венера Вәкил ҡыҙы.

Улар Альбина Рим ҡыҙы менән берҙәм, татыу һәм бер һүҙҙән булып эшләйҙәр. Аҙыҡ әҙерләнгән бинала таҙалыҡ, бөхтәлек, теүәллек өсөн дә улар яуап бирә.
Атай-әсәйҙәр уларҙы күргән һайын: “Бөтәһе лә тәмле һәм туҡлыҡлы, балаларыбыҙ һеҙ бешергән ризыҡты маҡтап ашай”, тиҙәр. Ысынлап та, ашнаҡсылар өсөн иң ҙур бүләк – балаларҙың буш тәрилкәләре һәм ҡәнәғәт атай-әсәйҙәрҙең рәхмәт һүҙҙәре.
Барлыҡ ашнаҡсыларҙы ла һөнәри байрамдары менән ҡотлап, ныҡлы сәләмәтлек, йорттарында именлек, ғаиләләрендә тыныслыҡ, муллыҡ һәм бәхет-ҡыуаныстар теләйбеҙ.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: