Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
10 Октябрь 2022, 16:44

Республика көнө айҡанлы

Районда Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты Декларацияһын ҡабул итеүҙең 32 йыллығы айҡанлы тантана уҙҙы.

Республика көнө айҡанлы
Республика көнө айҡанлы

Байрам сараһында район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, шулай уҡ муниципаль район Советы депутаттары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, райондың почетлы граждандары, предприятие, учреждение, ойошмалар коллективтары делегациялары ҡатнашты.
Сарала район мәнфәғәтенә төрлө өлкәләрендә тырышып эшләүсе иң-иңдәр бүләкләнде.
Шулай уҡ был көндө 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбенең 6-сы “б” класы уҡыусылары “йәш шайморатовсылар” сафына алынды һәм күкрәк билдәһенә эйә булдылар.

Фәниә Сәлимгәрәева.

 

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: