Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
5 Октябрь 2022, 08:26

Рәхмәт, һеҙгә уҡытыусым!

Минең өсөн иң яҡты, иң йылы байрамдарҙың береһе ул уҡытыусылар көнө. Мәктәптәге, университеттағы уҡытыусыларымды һәр саҡ йылылыҡ менән иҫкә алам. Бөгөн үҙемдең класс етәксем, минең уҡытыусы һөнәрен һайлауыма сәбәпсе булған Кәримова Фидалия Марат ҡыҙы тураһында яҙам.

Рәхмәт, һеҙгә уҡытыусым!
Рәхмәт, һеҙгә уҡытыусым!

Фидалия Марат ҡыҙы Бишауыл-Уңғар ауылында тыуып үҫә. 1990 йылда Шәрипҡол ауылына ғаиләһе менән күсеп киләләр. Беҙҙең мәктәптә эштәргә идара итеүсе, лаборант, хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы булып эшләне ул. Фидалия апаның уңғанлығына, кешелеклелегенә, матурлығына һоҡланып туйып булмай ине.
Класс етәксеһе булараҡ та, беҙҙе үҙ балаларындай шул тиклем яҡын күреп, ҡурсалап йөрөттө. Үҙенә генә хас йылмайыуы менән беҙҙе эш һөйөргә, тәртипкә, аш-һыу серҙәренә өйрәтте. Уҡытыусыбыҙ беҙҙең менән һәр саҡ элемтәне өҙмәне, әлегә тиклем хәлдәребеҙҙе белешеп йәшәй.
Мәктәпте тамамлау менән Фидалия апа һымаҡ уҡытыусы, класс етәксеһе булам тип Башҡорт дәүләт педагогия университетына юл тоттом. Аллаға шөкөр, хыялым тормошҡа ашты.
Әлеге көндә Фидалия Марат ҡыҙы хаҡлы ялда. Тормош күрһәткән ауырлыҡтарға бирешмәй, сабыр булып, изге теләктәр менән йәшәй. Балалары ла үҙе кеүек уңғандар, һәр береһе үҙ аллы тормош көтәләр, балалар үҫтерәләр. Фидалия апа 6 ейән-ейәнсәргә яғымлы һәм хәстәрлекле өләсәй.
Фидалия апаны һәм барлыҡ уҡытыусыларымды һөнәри байрамдары менән ихлас ҡотлайым. Ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы теләйем.
Шәрипҡол урта мәктәбенең 1994 йылғы сығарылыш уҡыусылары исеменән Лена Зөлҡәрнәева.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: