Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
5 Октябрь 2022, 08:35

Изге һөнәргә бағышланған ғүмер

Бына тағын яңы уҡыу йылы башлана.Һәр бер белем усағы ишектәрен киң асып үҙ уҡыусыларын ҡаршылай.Ә педагогтар яңы көс туплап,дәртләнеп үҙҙәре яратҡан һөнәрҙәре – уҡытыусылыҡ эшен дауам итергә йыйына.

Изге һөнәргә бағышланған ғүмер
Изге һөнәргә бағышланған ғүмер

Беҙҙең Прибельский урта мәктәбендә лә эштәр ҡайнай.Даны сит тарафтарҙа ла киң билдәле булған көслө һәм ҙур коллектив яңы уҡыу йылына әҙерләнә.Энергиялары ташып торған йәш уҡытыусылар менән бер рәттән,олуғ тәржибә туплаған,әллә ҡасан үҙ эшенең оҫтаһына әүерелгән уҡытыусылар ҙа күп беҙҙә.Шулар араһында айырым урын алып торған хөрмәтле мәғариф уҙаманы Фидәлиә Рафаил ҡыҙы Мусина тураһында булыр һүҙем.

Районыбыҙҙың хозур тәбиғәтле Ҡарлыман ауылында Фәүзиә һәм Рафаил Өмөтбаевтарҙың өлгөлө ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә ул. Тыуған ауылы мәктәбенең йөҙөк ҡашы булған тырыш уҡыусы, яҡшы уҡыу менән бер рәттән,төрлө сараларҙа  ла әүҙемлек күрһәтә.Пионер,комсомол ойошмалары эштәрендә ҡайнап йәшәй.Класташтары һәм класс етәксеһе менән барған экскурсияларға,походтарға йөрөгән матур миҙгелдәрен әле лә ҙур кинәнес менән иҫкә ала ул.

Мәктәптә ул бөтә предметтарҙы ла берҙәй яҡшы үҙләштерә. Әммә ҡыҙ баланың күңеленә география дәрестәре нығыраҡ ята. Унынсы класты тик яҡшы билдәләренә генә тамамлаған ҡыҙ Башҡорт дәүләт университетының география факультетына уҡырға инә,1996 йылда уҡыуын уңышлы тамамлай.Һәм ғүмерен,ике лә уйлап тормайынса,мәктәп менән бәйләй.Дипломлы йәш белгес булып тыуған районына ҡайтҡас,Фидәлиә Рафаил ҡыҙы Үтәгән мәктәбендә географ,директор урынбаҫары булып эш башлай.

Тап ошо осорҙа ул үҙенең ғүмерлек юлдашын,ошо мәктәптә тарих уҡытыусыһы булып эшләп йөрөүсе Илшат Әсҡәт улын осрата. Күп тә үтмәй йәшлек бөрөләре тулышҡан дәртле,рухлы йәштәр сәстәрен сәскә бәйләйҙәр һәм ғаилә тормошо тигән оло юлға аяҡ баҫалар.Шулай итеп,Мусиндарҙың данлыҡлы педагогтар династияһы тағы ла бер уҡытыусыға арта.ң

Ул ваҡыттарҙан алып бик күп һыуҙар аҡҡан,апаруҡ ғүмер юлдары артта ҡалған.

Бөгөнгө көндә Фидәлиә Рафаил ҡыҙы Прибельский урта мәктәбенең алтын бағанаһы кимәленә күтәрелгән юғары категориялы уҡытыусы. 2000-се йылдар башында ул ситтән тороп филолог һөнәренә уҡып ҡыҙыл диплом алыуға өлгәшә.Ә 2012 йылда ойоштороу һәләтенә эйә булған,талапсан,принципиаль уҡытыусыны мәктәптең уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Бына инде ун йыл Фидәлиә Рафаил ҡыҙы ошо ауыр ҙа,яуаплы ла вазифаны арымай-талмай башҡарып килә.Ҙур коллектив,төрлө уҡытыусылар,900-гә яҡын уҡыусыларҙы туплаған  алдынғы мәктәптә оҙаҡ йылдар завуч булып эшләй алыу үҙе үк күп  нәмә тураһында һөйләй. Эштә осраған төрлө ҡатмарлы ситуациаларҙа алтын урталыҡты табыу,юғарынан бирелгән төрлө күрһәтмәләрҙе дөрөҫ башҡарып сығыу өсөн ай-һай ҙур түҙемлек ,зирәк зиһен, сабырлыҡ талап ителә.Заманында үҙе ҡатнашып  төрлө  һөнәри конкурстарҙа  еңеүҙәр яулаған хөрмәтле коллегам хәҙер инде бай тәжрибәһен йәштәргә лә ихлас өләшә,фәһемле кәңәштәрен бирә,өлгө күрһәтә.

Йыл һайын  уҡыусыларҙы берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләүҙән башлап, ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты тапшырғанға тиклем булған ҙур йүнәлеш тә Фидәлиә Рафаил ҡыҙының етди контроле аша үтә.

Фидәлиә Рафаил ҡыҙы мәктәптәге һәр уҡыусыны исемләп белә.Йыл әйләнәһенә көн дә иртәнге һигеҙҙә мәктәп фойеһында ул уҡыусыларҙы ҡаршылай,улар менән әңгәмәләшә,хәлдәрен һораша.Ауыр ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙы ла күҙ уңынын ысҡындырмай,тейешле иғтибар бүлә.Уның ихлас күңелле,нескә юморлы ,кәрәк урында тәүәккәл ,етди  һәм уҡыусылар менән бер тулҡында йәшәүе  уҡыусылар күңеленә хуш килә.

Уҡытыусы кешенең иң ҙур шатлығы,әлбиттә,ул уҡытып ,тәрбиәләп,оло тормош юлына оҙатҡан уҡыусылары. Фидәлиә Рафаил ҡыҙы үҙе уҡытҡан,күптән инде  үҙҙәре ғаиләле булған уҡыусыларының яҙмыштары менән ҡыҙыҡһына,улар өсөн борсола,уңыштарына шатлана,еңеүҙәрен хуплай.

Эйе,ғаиләһенән дә уңды ул. Илшат Әсҡәт улы менән улар бынамын тигән ике ул үҫтерҙеләр.Өлкән улдары Ильдар Ҡазан дәүләт энергетика университетын ҡыҙыл дипломға тамамлап,һөнәре буйынса Ҡазан ҡалаһында эшләп йөрөй.Кесе улдары Айҙар Башҡорт архитектура һәм төҙөлөш коллуджы студенты. «Ышаныслы тыл булһа ғына эштә лә уңыштар,алға китештәр була.Ул яҡтан мин бәхетле.Һөнәремдең бөтә нескәлектәрен дә аңлаған  тормош юлдашыма ҙәм балаларыма сикһеҙ рәхмәтлемен»,-ти йөрәгенә ҡояштың үҙен һыйҙырған оҫта педагог,бәхетле әсә һәм ир ҡатыны.

Кешелек йәмғиәтендә иң изге һаналған һөнәр-үҫеп килгән быуын күңеленә сәләмәт орлоҡтар сәсеүсе,уҡытыусы һөнәренә бар ғүмерен бағышлаған,арҙаҡлы шәхесебеҙ Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев нәҫелен ғорур дауам итеүсе хөрмәтле Фидәлиә Рафаил ҡыҙы Мусинаға киләсәктә лә яҡты йылдар,сағыу балғыштар насип булһын.

Фәнзилә Байымова,Башҡортостандың мәғариф отличнигы,Рәсәй Федерацияһының Почетлы мәғариф хеҙмәткәре.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: