Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
22 Сентябрь 2022, 14:39

Үр яуларға саҡыра тауҙар

Торатау шиханы – Башҡортостаныбыҙ тәбиғәтенең матур ҡомартҡыларының береһе. Йәмле йәй миҙгеленең һуңғы айының ҡояшлы бер көнөндә беҙгә лә ошо һоҡланғыс тауға менеп, үрҙәр яулап, тыуған яҡтарыбыҙ тәбиғәте менән юғарынан һоҡланырға форсат тейҙе. Нисәмә йылдар үҙенең матурлығы, бейеклеге менән бар халыҡты әсир иткән мөһабәт Торатау беҙҙе ғорур ҡаршы алды.

Үр яуларға саҡыра тауҙар
Үр яуларға саҡыра тауҙар

Үр яуларға саҡыра тауҙар
Беҙҙең республика үҙенең хозур тәбиғәте, саф һыулы шишмә-күлдәре, мәғрур тау-ҡаялары, һулап туйғыһыҙ һауаһы, тулы һыулы йылғалары, киң ҡырҙары, ҡалын урмандары һәм йәйрәп ятҡан ҡылғанлы далалары менән дан тота. Бынан тыш тәбиғәтебеҙҙең һәр тауы, ташы, йылғаһы, күле, ағасы беҙгә ниндәйҙер тарих биттәрен аса.
Торатау шиханы – Башҡортостаныбыҙ тәбиғәтенең матур ҡомартҡыларының береһе. Йәмле йәй миҙгеленең һуңғы айының ҡояшлы бер көнөндә беҙгә лә ошо һоҡланғыс тауға менеп, үрҙәр яулап, тыуған яҡтарыбыҙ тәбиғәте менән юғарынан һоҡланырға форсат тейҙе. Нисәмә йылдар үҙенең матурлығы, бейеклеге менән бар халыҡты әсир иткән мөһабәт Торатау беҙҙе ғорур ҡаршы алды. Бына, ниһәйәт, нисәмә тапҡыр йыраҡтан ғына һоҡланып ҡарап үткән тау янындамын. Торатау - шихандар араһында иң бейеге һанала. Уның бейеклеге диңгеҙ кимәленән 406 метр тәшкил итә. Яҡындан ул тағы ла күркәмерәк, бөйөгөрәк күренә.
Тормошта ла һис ҡасан еңел юл эҙләмәгән кеүек, әле лә һөҙәгерәк урау юлдан бармай, туранан - текәнән тауға үрмәләй ҙә башланыҡ. Балалар һис аптырап торманы, ни аралалаыр тиҙ генә тауҙың түбәһенә менеп тә еткәндәр. Ә миңә инде тауға үрмәләүе ҡыйыныраҡҡа тура килде. Бына ошонда күренә лә инде үҙеңдең физик торошоң. Был һиңә компьютер артында клавиатураны шыҡылдатып ултырыу түгел икән шул. Тауҙар көс бирә тигәндәре дөрөҫтөр, күрәһең, ял итә-итә үрләй торғас, ниһайәт, бына мин дә Торатауҙың түбәһендә торам. Тау башынан шундай һоҡланғыс күренеш асыла, хатта сихри хозурлыҡтан күҙҙәр ҡамаша. Гүйә, бар тирә-яҡ минең алда йәйелеп ята. Баш осонда ғына зәңгәр болоттар йөҙә. Ана, бер яҡта Йөрәктау, Ҡуштау шихандары күренә (берәй ҡасан уларҙың да түбәһенә артылырға насип итһен Хоҙай). Яҡында ғына мөғжизәле Туғарсалған күле, йәмле Ағиҙел йылғаһы йәйелеп ята. Ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла, һәр кем ошо бейек түбәгә күтәрелеп, унан һуғарылған ыңғай энергияны тойоп, мөғжизәле күренешкә һоҡланырға тейештер, моғайын. Әлбиттә, тауға үрмәләүе кемдәргәлер еңел генә бирелмәй, әммә унда менеп еткәс, күңелеңә шул тиклем рәхәтлек алаһың, бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс туплайһың, йәнең дә, тәнең дә ял итә. Шулай уҡ ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, түҙемле булырға ла өйрәтә беҙҙе Торатау. Тауҙан төшкән саҡта ла аңлатып та бирә алмаҫлыҡ үҙенә күрә ниндәйҙер йылы хистәр кисерәһең. Әйткәндәй, шиханға үрмәләү һәм төшөү өсөн әлеге көндә баҫҡыстар һалынып ята. Был инде тиҙҙән оло йәштәгеләргә һәм бәләкәй балаларға ла яйлап ҡына, ял итә-итә тауға үрмәләргә мөмкинлек бирәсәк тигән һүҙ. Беҙ барғанда эшселәр ең һыҙғанып эшләп йөрөй ине. Билдәле булыуынса, төбәктә туризмды үҫтереү маҡсатында бында экоһуҡмаҡ һалыу кәрәклеге тураһында Республика Башлығы Радий Хәбиров күптән хәбәр иткәйне. Экобаҫҡыстың оҙонлоғо 5,65 километрға һуҙыласаҡ. Тәүҙә көнсығыш битләүҙә баҫҡыс, унан төньяҡ битләүҙә спорт һуҡмағы, артабан – һыбайлы, ҡулса һуҡмаҡтары, 80 автомобилгә иҫәпләнгән парковка булдырыу, шулай уҡ яңы тирмәләр ҡороу планлаштырыла.
Шулай уҡ Торатау итәгендә ауыр һуғыш осоронда урынлашҡан лагерҙың ҡалдыҡтарын ҡарап, үткәнебеҙгә, тарихи ваҡиғаларға әйләнеп ҡайт¬ҡандай булаһың.
Беҙҙе матур итеп ҡабул иткәне өсөн, мөғжизәле Торатауға рәхмәтебеҙҙе әйтеп, изге теләктәребеҙҙе теләп, бында тағы ла килергә тигән хыялдар менән хушлаштыҡ.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотолары.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: