Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
15 Сентябрь 2022, 15:09

Үтәгәндең Ҡабаҡ байрамы арттырҙы көс-дарманды!

Күркәм тәбиғәт ҡосағында, йәмле Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан Үтәгән ауылында шаулап-гөрләп “Үтәгән ҡабағы” фестивале йәғни “ҠабаҡФест – 2022” байрамы уҙҙы. Үҙенсәлекле сараға республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән бик күп ҡунаҡтар йыйылғайны. Байрам ҡунаҡтарын үтәгәндәр ауыл башында ҡымыҙ, бауырһаҡ һәм күңелле йыр менән ҡаршы алды. Артабан ҡунаҡтар ауылдың мәсете янындағы Һабантуй яланын хәтерләткән, йыр-моң менән һуғарылған, матур итеп биҙәлгән, күңелле шау-шыуға күмелгән байрам майҙанына йүнәлде. Унда уларҙы иң тәүҙә байрамдың төп сәбәпсеһе – төрлө ҙурлыҡтағы, алтын төҫөндәге, ҡояш кеүек түп-түңәрәк витаминдар батшалары, артабан күҙҙең яуын алып торған күргәҙмәләр, көҙгө уңыш йәрминкәһе, ҡабаҡтан әҙерләнгән төрлө һый-ниғмәттәр менән һығылып торған өҫтәл хужалары ихлас ҡаршы алды. Байрамға килгән һәр кем һыйлы өҫтәлдәр янында төрлө тәмлекәстәрҙән ауыҙ итте. Ҡабаҡты яратмаған, унан төрлө-төрлө ризыҡ әҙерләмәгән кеше юҡтыр, әммә Үтәгән ауылы халҡының был йәшелсәгә ҡарата һөйөүе үтә лә көслө булыуы билдәле. Улар ҡабаҡтан йыл һайын мул уңыш алалар һәм әлеге фестивалдә шуны ысын мәғәнәһендә иҫбат итә алдылар.

Үтәгәндең Ҡабаҡ байрамы арттырҙы көс-дарманды!
Үтәгәндең Ҡабаҡ байрамы арттырҙы көс-дарманды!

Үтәгәндең Ҡабаҡ байрамы арттырҙы көс-дарманды!
Күркәм тәбиғәт ҡосағында, йәмле Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан Үтәгән ауылында шаулап-гөрләп “Үтәгән ҡабағы” фестивале йәғни “ҠабаҡФест – 2022” байрамы уҙҙы. Үҙенсәлекле сараға республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән бик күп ҡунаҡтар йыйылғайны.
Байрам ҡунаҡтарын үтәгәндәр ауыл башында ҡымыҙ, бауырһаҡ һәм күңелле йыр менән ҡаршы алды. Артабан ҡунаҡтар ауылдың мәсете янындағы Һабантуй яланын хәтерләткән, йыр-моң менән һуғарылған, матур итеп биҙәлгән, күңелле шау-шыуға күмелгән байрам майҙанына йүнәлде. Унда уларҙы иң тәүҙә байрамдың төп сәбәпсеһе – төрлө ҙурлыҡтағы, алтын төҫөндәге, ҡояш кеүек түп-түңәрәк витаминдар батшалары, артабан күҙҙең яуын алып торған күргәҙмәләр, көҙгө уңыш йәрминкәһе, ҡабаҡтан әҙерләнгән төрлө һый-ниғмәттәр менән һығылып торған өҫтәл хужалары ихлас ҡаршы алды. Байрамға килгән һәр кем һыйлы өҫтәлдәр янында төрлө тәмлекәстәрҙән ауыҙ итте.
Ҡабаҡты яратмаған, унан төрлө-төрлө ризыҡ әҙерләмәгән кеше юҡтыр, әммә Үтәгән ауылы халҡының был йәшелсәгә ҡарата һөйөүе үтә лә көслө булыуы билдәле. Улар ҡабаҡтан йыл һайын мул уңыш алалар һәм әлеге фестивалдә шуны ысын мәғәнәһендә иҫбат итә алдылар.
Беҙҙең телдә ятыраҡ яңғыраған “ҠабаҡФест” байрамын үткәреү идеяһы ҡайҙан килеп сыҡҡан икән һуң үтәгәндәрҙә? Иң тәүҙә ошо һорау ҡыҙыҡһындырҙы беҙҙе. Баҡтиһәң, был ауылдың старостаһы Дилара Ҡоҙайғолованың башланғысы икән. Әйткәндәй, Дилара Ринат ҡыҙы оҙаҡ йылдар сит тарафтарҙа донъя көтөп, 2019 йылда ғаиләһе менән тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнә һәм яңыраҡ ошо ауылдың старостаһы итеп тәғәйенләнә. Ауыл тормошона йәм өҫтәр өсөн ул бар тырышлығын һала. Ҡабаҡ байрамын үткәреү - уның күптәнге хыялы була. Һәм бына быйыл, ниһәйәт, күптән көтөлгән байрам ауыл халҡы һәм Өфөлә йәшәүсе яҡташтары Айрат Искәндәров ярҙамында бойомға ашырыла. Айрат Рим улы байрамды ойоштороу буйынса ифрат күп эштәр башҡара. Байрам көнөндә лә ул тегендә-бында йүгергеләп, бөтә нәмәне барлап ҡына йөрөнө, шул уҡ ваҡытта, төрлө тарафтарҙан килгән бихисап хәбәрселәрҙең һорауҙарына ла яуап бирергә, һарыҡ итенән һәм, әлбиттә, ҡабаҡтан телде йоторлоҡ “Хашлама” тип аталған ашамлыҡ бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтергә лә өлгөрҙө.
Белеүебеҙсә, ҡабаҡтан 400-ҙән ашыу аш-һыу әҙерләргә була. Был байрамдағы тәғәмдәр ҙә шул тирә булғандыр, моғайын. Нимә генә юҡ ине өҫтәлдәрҙә - манты, өсбосмаҡ, ҡоймаҡ, ҡайнатма, һут, әллә нисәмә төрлө бәлештәр һәм башҡалар. Уларҙың барыһының да составында – ҡабаҡ. Хатта киптерелгән ҡабаҡ та бар ине.
Балаларҙы ла онотмаған ойоштороусылар. Ҡабаҡҡа уҡ менән атыу, биҙрәләргә ҡабаҡ һалып көйәнтә менән йүгереү кеүек төрлө ҡыҙыҡлы уйындар әҙерләнгән ине уларға. Еңеүселәргә матур бүләктәр ҙә тапшырылды. Шулай уҡ ҡабаҡлы кырандасҡа ултырып йөрөргә лә мөмкин булды байрамда.
Ә был ваҡытта, район Мәҙәниәт һарайының “Автоклубы” сәхнәһендә йәнле сығыштар, тәбрикләүҙәр, йәмле концерт программаһы гөрләне. Байрам тантанаһын оҫта итеп алып барыусылар – Айрат Байымов менән Эльвира Байназарова сығыш яһаусыларҙы сәхнәгә сиратлап әйҙәп кенә торҙо.
Иң тәүгеләрҙән булып сәхнәгә күтәрелгән район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров байрам менән ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе һәм:
- Ошондай кимәлдәге йәмле байрамды үткәреү өсөн Үтәгән ауылы халҡы ҙур көс һалды. Ауылдың тарихы ла бик бай. Ҡаһарманлыҡтары һәм уңыштары менән дә, мәҙәниәте менән дә бай ауыл ул. Бында бик күп йылдар элек шәкәр сөгөлдөрө буйынса рекорд ҡуйылды. Үтәгәндәр ауылдаштары менән лайыҡлы ғорурлана ала, - тигән һүҙҙәренә ҡушып, күркәм сараны үткәреүҙә ҙур ярҙам күрһәтеүсе Айрат Искәндәров, Хәтмулла Бикташев, Дилара Ҡоҙайғолова, Тәлғәт Байназаровтарға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Ҡабаҡ фестивалендә ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин да сәләмләне.
Байрамды ойоштороу комитеты рәйесе, Яңы Ҡыйышҡы ауыл биләмәһе хакимиәтенең башлығы Фидан Миниғәлиев ауыл советы хакимиәте исеменән Рәүилә Байымова, Гөлгөнә Батталова, Римма Әбделмәнова, Рәмзит Ғәлиәкбәров, Менәүәрә Ишҡариналарҙы бүләкләп үтте.
“ҠабаҡФест”ҡа Башҡортостандың, Татарстандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, С.Юлаев ордены кавалеры, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Фидан Ғафаровтың килеүе тағы ла оло мәртәбә өҫтәне. Ул студент саҡтан ошо ауылға һабаҡташы Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев ордены кавалеры, байрам ҡунағы – Әхәт Хөсәйеновтарға ялдарҙа килеп йөрөй һәм Үтәгән ауылы тураһында күңелендә бик яҡты хәтирәләр генә һаҡлай. Фидан Ғафаров байрамда ҡатнашыусыларға үҙенең иң популяр йырҙарын бүләк итте. Шулай уҡ байрам сараһын үҙҙәренең сығыштары менән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, шағир, яҡташыбыҙ Рәмил Сурағолов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, йырсы Лилиә Рәсүлева, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө, талантлы яҡташыбыҙ – Малай ауылы егете Илнур Ишембаев, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, һәүәҫкәр композитор Фәрит Яҡшығолов һәм уның етәкселегендәге “Йәш күңелдәр” ансамбле, Үтәгән ауылының “Ағиҙел һылыуҙары” ансамбле һәм баянсы Салауат Заһиҙуллин, Нижневартовск ҡалаhында йәшәүсе, "Дуҫлык" исемендәге башҡорт милли-мәҙәни ҡала ойошмаһының ағзаһы, ҡурайсы Ришат Исламғолов һәм Үтәгән ауылы егете, ҡурайсы Динар Батталов, Архангел районы Көмәрле ауылының "Ҡайнауыҡ" фольклор төркөмө, Гүзәлиә Сафина һәм башҡаларҙың сығыштары йәм өҫтәне.
Күңел асыу сараһы ғына булмаған, ә барлыҡ йәйге эштәргә йомғаҡ яһау, мул уңыш үҫтереү серҙәре һәм тәжрибә менән уртаҡлашыуға ҡоролған байрам шаулап-гөрләп үтеп китте. Республика кимәленә тиклем күтәрелгән сара һуңында төрлө номинацияларҙа еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Шулай итеп Социалистик Хеҙмәт Геройы, алдынғы сөгөлдөрсө Банат Батырованың яҡташтарының өр-яңы бренды барлыҡҡа килде тиһәк тә яҙыҡ булмаҫ.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотолары.
Дилара ҠОҘАЙҒОЛОВА, Үтәгән ауылы:
- Ауылыбыҙ халҡы бик күп йылдар үҙҙәренең баҡсаларында ҡабаҡ үҫтерә. Минән, Айрат Искәндәровтан һәм Хәтмулла Бикташевтан торған инициатив төркөм 2021 йылда Ҡабаҡ байрамын үткәреү идеяһын тәҡдим итте. Ауыл халҡы был тәҡдимде хуплап ҡаршы алды. Яңы Ҡыйышҡы ауыл советы башлығы һәм район хакимиәте башлығы ла был байрамды тормошҡа ашырырға ризалыҡтарын бирҙе. Белеүегеҙсә, ҡабаҡ культураһы төрлө ризыҡ әҙерләү өсөн һәм шулай уҡ йорт хайуандарына ла яҡшы аҙыҡ булып тора. Ҡабаҡты үҫтереүе лә бик үк ҡыйын түгел, ул йылдың нисек булыуына ҡарамаҫтан һәр саҡ бай уңышы менән ҡыуандыра. Фестивалде ойоштороу һәм үткәреүҙә оло ярҙам күрһәтеүселәрҙең барыһына ла, барлыҡ Үтәгән халҡына оло рәхмәт әйткем килә.
Шулай уҡ ошо сараны үткәрер өсөн бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеүселәргә, матди яҡтан оло ярҙам күрһәткән барлыҡ яҡташтарыбыҙға оло рәхмәтлебеҙ.

Айрат ИСКӘНДӘРОВ, Өфө ҡалаһы:
- Ауылдаштарым байрам үткәреү идеяһын бик дәррәү күтәреп алды һәм бөгөн барыһы ла берҙәмләшеп матур сарабыҙҙа ҡатнаша. Күрше райондарҙан да ҡунаҡтар килеп етеүе ҡыуаныслы. Фестивалебеҙҙең ошолай матур үтеүенә барлыҡ ауылдаштарымдың яҡшы кәйефе һәм берҙәм булыуы ярҙам иткәндер, тип уйлайым. Беҙҙе ҙурлап килгән билдәле артистар, ҡунаҡтар ҙа сараға йәм өҫтәне. Байрам сиктәрендә мин яҡташтарыма усаҡта һарыҡ итенән “Хашлама” тигән бик билдәле Кавказ ризығын бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәттем. Үҙебеҙҙең Үтәгән ҡабағы был ашамлыҡтың үҙенсәлеге булып тора. Шуны ла әйтергә кәрәк: ауылыбыҙҙа һәр ғаилә ҡабаҡ үҫтерә һәм ул ниндәй генә һауа торошона ҡарамай йыл һайын мул уңыш бирә. Бындай Ҡабаҡ байрамдары, әлбиттә, башҡа төбәктәрҙә даими үтеп тора, әммә Үтәгән ауылында һәм, ғөмүмән, районыбыҙҙа ул тәүгә үтте. Киләсәктә был фестивалде үткәреү йолаға керер һәм нәҡ Үтәгән ауылында йыл да үтеп торор, тип ышанабыҙ.

Риф БАЙЫМОВ, Прибельский ауылы:
- Беҙ ошо ауылда тыуып үҫкәнбеҙ. Филология фәндәре докторы Роберт Байымовтың ике туғандары булабыҙ. Байрам шул тиклем яҡшы ойошторолған, беҙгә бик оҡшаны. Бөтә ауылдың көсө менән ойошторолдо был сара. Ауылдаштарыбыҙҙың барыһына ла сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Барыһы ла ҡулынан килгәнсе ярҙам итте, йүгереп торҙолар. Бөгөн 20-30 йылдар күрмәгән дуҫтарҙы, туғандарҙы күреү ҡыуанысы кисерҙем. Байрамға Байымовтар ғаиләһе айырым үҙҙәренең өҫтәлен әҙерләне.

Рәүилә БАЙЫМОВА, Үтәгән ауылы:
- Өфөлә йәшәүсе яҡташыбыҙ Айрат Искәндәров һәм ауылыбыҙ старостаһы Дилара Ҡоҙайғолованың етәкселеге аҫтында бөтә ауыл халҡы көсө менән әҙерләнгән байрамыбыҙ, шөкөр, гөрләп торҙо. Ҡыуаныс-шатлыҡтарыбыҙҙың сиге лә юҡ. Бөгөнгө байрамға бик күп таныштар, яҡташтар, ҡунаҡтар килгән. Старостабыҙ Дилара Ринат ҡыҙы хаҡлы ялда булһа ла, һәр ваҡыт ниндәйҙер пландар менән йәшәй, ауылыбыҙ тормошона йәм-йән өрөргә һәр ваҡыт тырышып тора. Артабан да шулай яҡташтарыбыҙ, ауылдаштарыбыҙ менән шаулап-гөрләп йәшәргә яҙһын.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: