Даирә
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
2 Сентябрь 2022, 09:30

Һәр саҡ именлек һағында улар

Бөгөн – Полицияның патруль-пост хеҙмәткәрҙәре көнө. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының Ҡырмыҫҡалы районы бүлегендә махсус белемгә һәм ҙур тәжрибәгә эйә булған хеҙмәткәрҙәр байтаҡ. Уларҙың һәр береһе буран, ямғыр, йәйге селлә тип тормай, үҙҙәренең бурыстарын еренә еткереп, намыҫлы башҡара.

Һәр саҡ именлек һағында улар
Һәр саҡ именлек һағында улар

Бөгөн – Полицияның патруль-пост хеҙмәткәрҙәре көнө

Халыҡ телендә ҡыҫҡаса ғына ППС-никтар тип кенә йөрөтәләр уларҙы. Ә уйлап ҡараһаң, ошо өс хәрефтән генә торған аббревиатура артында күпме хеҙмәт, күпме ҡотҡарылған кеше ғүмере ята. Рәсәй полицияһының бер өлөшө булып һаналған патруль-пост хеҙмәтендә һаҡта тороусылар көн-төн тип тормай яуаплы эш башҡара. Күп халыҡ ҡатнашҡан ҙур саралар ҙа уларҙан тыш үтмәй. Һәр саҡ именлек һағында улар. Рәсәйҙә патруль-пост хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы рәсми кимәлдә быйыл 20-се тапҡыр билдәләнә.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының Ҡырмыҫҡалы районы бүлегендә махсус белемгә һәм ҙур тәжрибәгә эйә булған хеҙмәткәрҙәр байтаҡ. Уларҙың һәр береһе буран, ямғыр, йәйге селлә тип тормай, үҙҙәренең бурыстарын еренә еткереп, намыҫлы башҡара.

Иҫке Аҡташ ауылында тыуып үҫкән юл хәрәкәте инспекторы Филүс Бүләкҡолов тормош юлының арыу ғына өлөшөг патруль-пост хеҙмәте менән бәйләгән. Хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, ул һаман да яратҡан һөнәренә тоғро ҡала.

- Бик күп ауыл малайҙары кеүек мин дә бала саҡтан эске эштәр органдарында эшләргә хыялландым. Урауыраҡ юлдар менән булһа ла, барыбер ошо хеҙмәткә килдем һәм тап ошо һөнәрҙе һайлағаным өсөн бер ҙә үкенмәйем, эшемдән ҡәнәғәтмен, - ти Филүс Флүр улы.  

Мәктәпте тамамлаған йәш үҫмер Йоматауҙағы аграр техникумға уҡырға инә. Унда белем алып, ил алдындағы бурысын үтәгән саҡта уҡ: “Әрме хеҙмәтен тамамлағас та полицияға эшкә барам”, - тигән етди ҡарарға килә ул. Хәҙер инде бына 23 йыл ошо бала саҡ хыялына хыянат итмәйенсә үҙ эшен оло яуаплылыҡ менән башҡара. Әлеге көндә Бүләкҡоловтар ғаиләһе Архангель районында йәшәй. Ни тиклем ҡатмарлы һәм күп ваҡыт талап иткән хеҙмәт башҡарһа ла, тормош иптәше, Ильяс менән Нияз улдары һәм Алсу ҡыҙына ла иғтибарын бүлергә тырыша Филүс Бүләкҡолов. Әйткәндәй, Нияз киләсәктә атаһының эшен дауам итмәксе.

Иҫке Шәрәй ауылы егете Азат Тажетдинов та бала саҡтан полицияла эшләү хыялы менән янған. Башҡорт дәүләт университетның тарих факультетын тамамлап, әрме хеҙмәтенә барып ҡайтҡан Азатты яҙмыш һуҡмағы яратҡан һөнәренә алып килергә ашыҡмай әле. Тик 2016 йылда ғына уға эске эштәр органына эшкә килергә насип була. 2018 йылдан алып ул юль-патруль хеҙмәтендәге бурыстарын уңышлы атҡара.

- Был һөнәрҙе һайлауҙа ул ваҡыттағы милиция хеҙмәтендә эшләүсе ауылдаштарым этәргес булып торҙо. Мин дә яҡташтарымдың йөҙөнә ҡыҙҙыллыҡ килтермәйенсә, уларҙың яҡты эҙҙәрен дауам итермен тип уйлайым, - ти Азат Тажетдинов үҙенең хеҙмәте хаҡында.

Беҙҙең кеүек һәр саҡ юлдарҙа йөрөргә тура килгән халыҡтың именлеге өсөн көн-төн тырышып хеҙмәт иткән изге һөнәр эйәләренең еңел булмаған хеҙмәтенә хөрмәт менән ҡарап, уларға тик уңыштар ғына юлдаш булыуын теләйек.

Лия ТИМЕРОВА

 

 

Урын ҡалһа:

Ҡыҙыҡлы факттар:

Полиция таяғына (жезл) талаптар юғары. 1926 йылда ҡуйылған ҡағиҙәләргә ярашлы, ул һары һаплы ҡыҙыл булырға тейеш, оҙонлоғо буйынса ла стандарттар бар. Хатта “Таяҡты ҡулланыу тәртибе” инструкцияһы ла булған.

Күптәр, ППС-та тик ир-ат эшләй, тип уйлай. Статистика буйынса, ундағы хеҙмәткәрҙәрҙең 20 проценты – гүзәл зат.

Рәсәй полицияһының девизы бар: “Служа закону – служи народу”.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: