Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
1 Сентябрь 2022, 14:47

“Ожмах булыр ине ерҙә”

Халҡыбыҙҙың иң боронғо кәсептәренең береһе булған умартасылыҡ эше бөгөнгө көндә лә үҙ бәҫен юғалтмай һәм бик күп яҡташтар ата-бабаларыбыҙ традицияларын ихлас дауам итә. Беҙҙең төбәктең тәбиғәте шарттары, умартасылыҡ шөғөлөнөң арыу ғына табышлы булыуы ла тәмле һәм бик шифалы булған бал менән бәйле һөнәргә йәлеп итә. 

“Ожмах булыр ине ерҙә”
“Ожмах булыр ине ерҙә”

Донъялағы иң татлы һөнәр эйәләре 1997 йылдан алып август урталарында республиканың “Умартасылыҡ тураһында” законы нигеҙендә үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. Даны элек-электән бөтөн донъяға билдәле булған башҡорт балы республикабыҙҙың бренды булып танылған.

Халҡыбыҙҙың иң боронғо кәсептәренең береһе булған умартасылыҡ эше бөгөнгө көндә лә үҙ бәҫен юғалтмай һәм бик күп яҡташтар ата-бабаларыбыҙ традицияларын ихлас дауам итә. Беҙҙең төбәктең тәбиғәте шарттары, умартасылыҡ шөғөлөнөң арыу ғына табышлы булыуы ла тәмле һәм бик шифалы булған бал менән бәйле һөнәргә йәлеп итә. 

Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Рәсих Гәрәев тә ата-бабалары шөғөлөн дауам итеп, бына хәҙер инде 50 йылға яҡын умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Әлеге көндә уның Тауһеңер, Адвокатовка, Иҫке Бәпес ауылы янында һәм Архангел районында умарталыҡтары бар. Кеше менән аралашыусан, һәр кем менән уртаҡ тел таба белеүсе, үҙ һөнәренең оҫтаһы булған Рәсих Мөхәмәт улы:

- Бал ҡыйбат тип зарланырға ярата күптәр. Әммә үҙе умартасылыҡ менән шөғөлләнгән бер кеше лә бының менән риза булмаҫ. Сөнки татлы ризыҡ өҫтәлебеҙгә килеп ултырғансы, умартасылар күпме көс, тир түккәндәрен улар үҙҙәре генә белә. Шулай уҡ йәй буйына ғаиләңдән йыраҡта һәм бер ниндәй шарттарһыҙ эшләргә тура килә, - ти умартасы эшенең нескәлектәре хаҡында.

Рәсих Гәрәев 1973 йылда әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас та умартасылыҡ менән шөғөлләнә башлай. Уның был һөнәргә булған һөйөүе нәҫелдән килә. Заманында ҡарт олатаһы, ҡартатаһы бал ҡорттары тотҡан. Колхоздар барлыҡҡа килгәс, ҡартатаһы хатта, колхозға бер нисә умарта биргән һәм үҙе шунда умартасы булып хеҙмәт иткән. Рәсих Мөхәммәт улы һөнәре буйынса география уҡытыусыһы. 22 йыл Ҡырмыҫҡалының 1-се һанлы мәктәбендә балаларға белем биргәндән һуң, үҙгәртеп ҡороу замандары башланып киткәс, ул уҡытыусылыҡ эшен ташларға мәжбүр була һәм 1992 йылдан алып бар иғтибарын тик умартасылыҡҡа төбәй.   

- Аттар ҙа яратам мин. Улар менән шөғөлләнергә лә хыялым бар. Ҡарт олататайымдың шулай уҡ аттары ла бик күп булған. Шуға күрә был хайуандарға булған һөйөү шулай уҡ нәҫелдән киләлер тип уйлайым. Мөмкинлектәрең теләгең менән тап килһә, ул үҙе ҙур бәхет. Эшеңде яратһаң, теләһә ниндәй эштән дә табыш алып була. Тик эшләгән эшеңде еренә еткереп эшләргә кәрәк. Илке-һалҡы ғына йөрөгәндәрҙең бер ҡасан да эштәре уңмай, алға китмәй. Шулай уҡ кеше менән аралаша, һөйләшә белеү зарур. Һәр эшкә лә тырышлыҡ талап ителә һәм һәр хеҙмәттең үҙ нескәлектәре бар. Әле минең 100-ҙән ашыу умарталарым бар. Ҡыҙғанысҡа, төрлө сәбәптәр арҡаһында ҡорттарҙың үлеү осраҡтары ла булғылап тора, - ти ул.

Рәсих Гәрәев тормош иптәше, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Светлана Нәғим ҡыҙы менән бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән Ләйсән тормош иптәше Азат менән Өфө ҡалаһында йәшәй. Улар ял көндәрендә ғаиләһе менән ҡайтып, аталарына ярҙам итәләр. Бигерәк тә ейәне Искәндәр Рәсих ағайҙың иң ҙур ярҙамсыһы. Ул йәйге каникулдарында ҡартатаһына булыша, умарталыҡ эшенең серҙәренә төшөнә.

- Һәр кеше үҙенән һуң эҙ ҡалдырырға тейеш. Минең уҡыусыларым, дуҫтарым, дини ҡәрҙәштәрем күп. Иң ҡәҙерлеһе - дини ҡәрҙәштәр. Хатта бер туғандарың дошманға әйләнергә мөмкин, ә дини ҡәрҙәштәр һәр саҡ яныңда була. Шулай ҙа, ниндәй генә зыян күрһәтһәләр ҙә, бер ҡасан да туғандар менән араны өҙөргә ярамай. Мин үҙем 1950 йылғы, 72 йәшемде тултырҙым. Арыҫлан ауылында тыуып үҫтем. Атайым оҫта кеше булды. Ҡул эшенә һәләтем атайымдан килгәндер. Балһыҙ бер көн дә торғаным юҡ. Иртән эремсек, ҡаймаҡ, шыйыҡ бал һәм арыш икмәге менән сәй эсергә яратам. Төш ваҡытында мотлаҡ рәүештә йәшелсә салаты, итле аш булырға тейеш. Шулай уҡ төрлө шифалы үләндәрҙе ҡулланам. Кискелеккә тағы еңел генә ризыҡ ашарға кәрәк. Мин үҙемдең тормошом менән бик ҡәнәғәтмен. Ғаиләбеҙгә лә, халҡыбыҙға ла файҙалы булып йәшәйек тигән теләктәмен. Аллаһы Тәғәлә: “Мин халыҡҡа файҙалы булып йәшәгән кешене яратам”, - тигән. Һәр кеше үҙенең урынын табып, изгелектәр ҡылып ҡына йәшәһә, ерҙә ожмах булыр ине, - тип тамамланы һүҙен әңгәмәсебеҙ.

Эйе, бар уңыштың сере шул үҙеңдең яратҡан һөнәрең менән шөғөлләнеүҙән киләлер. Шул саҡта ғына ул һиңә килем сығанағы ла, күңелеңә дауа ла булыу мөмкинлегенә эйәлер.    

Розалия НАЗАРОВА

 

 

Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала 287 мең умарта күсе иҫәпләнә. Уҙған йыл умартасылар өсөн бик уңышлы булған, һәр умартанан 30 килограмға яҡын бал алғандар. Республика буйынса барлығы 11 мең тонна бал алынған. Был ил буйынса иң юғары күрһәткес тип иҫәпләнә.

 

 

Беләһегеҙме?

*Дәүерҙәргә һуҙылған тарихында кешеләр бөжәктәрҙән тик икәүһен генә ҡулға эйәләштергән: бал ҡорто һәм ебәк күбәләге. Бик ентекле өйрәнеүҙәренә ҡарамаҫтан, улар һаман кеше өсөн серле донъя булып ҡала, хужа ҡарамағында ла үҙ тереклеге менән йәшәй.

* 1 кг. бал йыйыр өсөн бал ҡорто 2 млн. сәскәгә ҡунырға тейеш.

* 100 грамм бал йыйыр өсөн бал ҡорто 46 мең километрға тиклем араны үтә. Был ер шарын экватор буйлап үтеп сығыуға тиң.

* Тәбиғи бөрйән солоҡ ҡорто – иң сыҙамлыһы. Һыуыҡтар 50 градусҡа еткәндә лә, улар иҫән ҡышлай.


* Бал ҡортон тәү сиратта бал сығанағы итеп ҡабул итәбеҙ. Асылда иһә донъялағы сәскә атыусы үҫемлектәрҙең 80 процентын һеркәләндереп, бал ҡорто кешегә ун тапҡырға күберәк файҙа килтерә.


* Балдың сифатын белеү өсөн, уға тамсы ғына йод тамыҙалар. Зәңгәрләнһә, балға крахмал өҫтәлгән тигән һүҙ. Яҡшы бал ҡалаҡтан һуҙылып, өҙөлмәй аға, тамып өлгөргәне ҡалаҡҡа кире тартыла. Шәкәр сиробы ҡушылған бал һыу һымағыраҡ, ҡалаҡтан тамсылап тама. Балды быяла банкаларҙа һаҡлайҙар, металл һауытҡа һалырға ярамай! Ҡояш нуры балдың шифалы үҙенсәлектәрен юҡҡа сығара, уны ҡараңғы, ҡоро урынға ҡуйырға кәрәк. Аш бүлмәһендә торһа – ул еҫтәрҙе үҙенә һеңдерә, һыуытҡыста шифалы матдәләре юғала.


* Африкала, Һиндостанда бал ҡорттары, беҙҙәге һағыҙаҡ кеүек, төрлө ерҙә оялай. Ә Америкала иһә боронораҡ бал ҡорттары булмаған, уларҙы Европанан күсенеүселәр килтергән. Индеецтар бал ҡорттарын “аҡ кеше себене” тип атаған. Әле Америкала умартасылыҡ киң таралған.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: