Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
1 Сентябрь 2022, 15:23

Кешелек ышаныслы ҡулдарҙа

Йәмле йәй айының һуңғы көнөндә Рәсәйҙә ветеринария хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй. Ошо уңайҙан һәм Башҡортостанда ветеринар хеҙмәте барлыҡҡа килеүгә 135 йыл тулыу айҡанлы республиканың мал табиптары Ҡырмыҫҡалы ерендә осрашты.

Кешелек ышаныслы ҡулдарҙа
Кешелек ышаныслы ҡулдарҙа

Кешелек ышаныслы ҡулдарҙа

Йәмле йәй айының һуңғы көнөндә Рәсәйҙә ветеринария хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй. Ошо уңайҙан һәм Башҡортостанда ветеринар хеҙмәте барлыҡҡа килеүгә 135 йыл тулыу айҡанлы республиканың мал табиптары Ҡырмыҫҡалы ерендә осрашты.

Байрам сараһы район ветеринария станцияһы базаһында урынлашҡан Башҡортостан Республикаһы ветеринар хеҙмәте музейы менән танышыуҙан башланды. Артабан ҡунаҡтар район мәҙәниәт һарайына юлланды.

Мәртәбәле сараны асыу өсөн һүҙ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановҡа бирелде:

- Һуңғы йылдарҙа бихисап эволюцион үҙгәрештәр булды. Бөгөнгө көндә үҫемлекселек һәм малсылыҡ өлкәһендә үҫештең яңы кимәленә күстеләр. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ ныҡлы, һөҙөмтәле булған саҡта ғына малсылыҡ тармағы ошондай үҫеш аласаҡ. Былтырғы йылды республика ауыр үткәрҙе, сөнки төрлө юлдар менән бик күп сирҙәр беҙҙең тарафтарға ла килә. Ул сирҙәрҙе таратмаҫ өсөн беҙгә бар көсөбөҙҙө һалып, барыһын да эшләргә тура килә. Артабан да һеҙҙең менән бергә шулай тырышып эшләрбеҙ, тип ышанам. Ауыл хужалығы тармағына бик күп йәштәр килеүе лә ҡыуаныслы хәл, - тигән һүҙҙәренә ҡушып, республика буйынса ауыл хужалығы яңылыҡтарын бәйән иткәс, республикабыҙ ветеринарҙарына РФ ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаттарын һәм БР ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы.

Район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров:

- Ҡырмыҫҡалы ерендә республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән йыйылған ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыуыбыҙға шатбыҙ һәм ышанысығыҙ өсөн оло рәхмәт белдерәбеҙ. Ветеринарҙар беҙгә бик кәрәк һәм малдарҙың һаулығы һағында торған хеҙмәткәрҙәрҙең һәр береһе тураһында тик яҡшы һүҙҙәр генә әйтә алабыҙ. Районыбыҙ ветеринар белгестәре бөгөнгө көндә 32 меңдән артыҡ мөгөҙлө эре малды, 28 меңдән ашыу йылҡы малын һәм шулай уҡ 28 меңдән ашыу ҡош-ҡортто хеҙмәтләндерә. Һәр хеҙмәткәр үҙ эшенә яуаплы ҡарай, - тип башланы һүҙен һәм бер аҙ райондың ветеринария менән бәйле тарихына байҡау яһаны. Район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙын район ветеринар станцияһының әйҙәүсе ветеринар табибы Ғәлиә Әминеваға һәм Рәхмәт хатын Прибельский ветеринар участкаһының ветеринар фельдшеры Әсләм Хөсәйеновҡа тапшырҙы.

Байрам ҡунаҡтары - Һөт етештереүселәр милли союзының генераль директоры Артем Белов, БР буйынса ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү хеҙмәте Федераль идаралығы етәксеһе Вәкил Буранбаев, БР агросәнәғәт комплексы республика профсоюзы комитеты рәйесе Ҡәҙриә Ғәйнетдинова ла ветеринарҙарға рәхмәт һүҙҙәре әйтеп изге теләктәрен еткерҙе.

 БР Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин “Ветеринар табиб көндәлек тормошта” тигән республика балалар рәсемдәре конкурсында еңеү яулаусы Ҡырмыҫҡалы ауылынан Самира Сәфәроваға Диплом һәм бүләк тапшырҙы. Шулай уҡ ул “Иң яҡшы ветеринар клиника” номинацияһында еңеп сыҡҡан Ҡырмыҫҡалы районы ветеринар станцияһының ветеринар клиникаһы мөдире Ғәлиә Әминеваға хеҙмәт автотранспорты алыу өсөн сертификат тапшырҙы.

Тантана райондың мәҙәни хеҙмәткәрҙәренең йәмле концерты менән үрелеп барҙы. Ветеринар хеҙмәткәрҙәренә арналған байрамда һәр сығыш яһаусы тиерлек “Табип кешене, ә ветеринар бар кешелекте дауалай” тигән билдәле фразаны ҡабатланы. Был саранан һуң беҙ ҙә үҙебеҙгә “Кешелек ышаныслы ҡулдарҙа” тигән һығымта яһаныҡ.

Розалия БИКТИМЕРОВА 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: