Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
1 Сентябрь 2022, 10:05

БЕЛЕМ КӨНӨ МЕНӘН ДУҪТАР!

1 сентябрь – мөһим, тананалы байрам, ул кешеләрҙең һәр ваҡыт белемгә ынтылыуын һынландыра. Беҙ ғүмер буйы нимәлер өйрәнәбеҙ, камиллашабыҙ һәм рухи яҡтан үҫеш кисерәбеҙ, мәктәп иһә бына шул башланғысҡа нигеҙ һала.

БЕЛЕМ КӨНӨ МЕНӘН ДУҪТАР!
БЕЛЕМ КӨНӨ МЕНӘН ДУҪТАР!

Бөгөн 632 беренсе класс уҡыусыһы тәүге тапҡыр мәктәп партаһы артына ултыра. Уларҙың барыһына ла яңылыҡҡа ынтылыуҙарын, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр ярҙамында яңы таланттар асылыуын теләйбеҙ.

Ҡәҙерле дуҫтар, ҡунаҡтар! Белем көнө ата-әсәләр һәм уҡытыусылар өсөн дө шулай уҡ тулҡынландырғыс. Бигерәк тә был көндө бар белемдәрен һәм оҫталыҡтарын һалған уҡытыусыларға ҙур рәхмәт һүҙҙәре белдерге килә. Уҡыусыларҙың уҡыуҙағы уңыштары, туған район һәм республикаға ниндәй өлөш индерәсәктәре нәҡ уҡытыусыларҙың фиҙаҡәр хеҙмәттәренән тора.

Ҡәҙерле уҡыусылар беҙ һеҙгә ҙур уңыштарға өлгәшеүегеҙҙе, республикабыҙ һәм илебеҙ таянысы булыуығыҙҙы теләйбеҙ. Ныҡышмал, эшһөйәр, белемле, Тыуған илгә файҙалы кешеләр булығыҙ!

Байрам менән ҡәҙерле дуҫтар, хәйерле юл һеҙгә!

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: