Даирә
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
16 Июнь 2022, 10:25

Гөрләп үтһен ғүмер байрамығыҙ!

Әлдә көндәлек тормоштан бер аҙ арынырға, рәхәтләнеп ял итеп, онотолоп күңел асырға байрамдарыбыҙ бар әле. Тыуған көн, юбилей, туй кеүек ғүмер байрамдарын иҫтә ҡалырлыҡ, ҡабатланмаҫ һәм  сағыу итеп үткәреү һәр кемдең үҙенән тора. Берәүҙәр уларҙы алдан ентекләп әҙерләнеп үткәрһә, икенселәр артыҡ иғтибар бирмәйенсә генә уҙғарып ебәрә.

Гөрләп үтһен ғүмер байрамығыҙ!
Гөрләп үтһен ғүмер байрамығыҙ!

Шулай, күптән түгел апайымдың 55 йәшлек юбилейында ҡунаҡ булырға тура килде. Ул уны кафела үткәрҙе. Матур шарҙар, һоҡланғыс декор менән биҙәлгән залға бер иҫем китһә, тамада Светлана Әхмәҙиеваның  юбилей тантанаһын оҫта һәм матур итеп алып барыуын күреп, тағы бер хайран ҡалдым. Ни тиһәң дә ҡунаҡтар күп булған мәжлестәрҙе күңелле итеп алып барыу тамаданан тора шул. Светлана иһә ҡунаҡты башҡорт, рус һәм татар телдәрендә берҙәй матур итеп алып бара. Үҙе моңло итеп йырлай ҙа, уйындары ла күңелгә ятырлыҡ, программаһында милли йолалар ҙа индерелгән. Бер нисә сәғәт барған мәжлестә ул яғымлы тауышы, позитивлығы, дәртлелеге һәм зауыҡлы кейеме менән ҡунаҡтарҙы үҙенә әсир итә алды. Ҡунаҡтар уға шул тиклем яҡынайып өлгөрҙө, байрам тамамланғас, үҙ туғандары кеүек хушлаштылар.

Үҙем дә был ҡунаҡтан әллә күпмегә етерлек тәьҫораттар алып ҡайттым. Район Мәҙәниәт һарайында уҙғарылған сараларҙы алып барған, быйыл “Ҡырмыҫҡалы Һылыуҡайы” бәйгеһендә лә еңеүсе булған Светлана Әхмәҙиеванан нисек шулай оҫта итеп тамадасы булып киттең, тип һорайым.

Юбилей, туйҙарҙы алып барғанда һәр бер клиентҡа үҙенсәлекле ҡарайым. Уларҙың уй-теләктәрен, тәҡдимдәрен, фекерҙәрен дә иҫәпкә алам. Китаптан, отркытканан уҡып, шиғырҙар һөйләмәйем. Үҙемдең башҡа ниндәй уй-фекерҙәр килә, шуларҙы һөйләйем. Был тантаналарҙа мин үҙемде тамада кеүек түгел, ә ҡунаҡ кеүек хис итәм. Әйтерһең, мин дә уларҙың ғаиләһенән. Шуға күрә улар менән бергәләп рәхәтләнеп уйнап-көләм, йырлайым һәм бейейем, - тине Светлана.

Эйе, байрамдар кәрәк! Кеше үҙенең шатлығы, ыңғай кисерештәре менән бүлешеү, аралашыу өсөн улар бөгөн бик тә мөһим. Сөнки, бер нимәне лә кире ҡайтарып булмаған кеүек, ғүмер байрамдары ла киренән ҡайтмай. Ә бер күрешеп, ҡунаҡ булып ултырыу үҙе бер ғүмер.

Әгәр ҙә ҡунаҡты Светлана Әхмәҙиева менән бергә күңелле итеп үткәрергә теләһәгеҙ, уның телефон номерын һаҡлап ҡуйығыҙ 89374709981.

Айһылыу Юнысова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: