Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
12 Май 2022, 10:26

Һөнәренә бар күңелен һала

Шәфҡәт туташы – бик кәрәкле һәм изге һөнәрҙәрҙең береһе. Шул уҡ ваҡытта был хеҙмәттең ауыр һәм яуаплы икәнен дә беләбеҙ. Эш ваҡытында төрлө холоҡло кешеләр менән аралашырға, төрлө ҡатмарлы хәлдәр менән осрашырға тура килә. Ләкин һауығырға ярҙам иткән ауырыуҙарҙан рәхмәт һүҙҙәре ишетеү барлыҡ был ҡыйынлыҡтарҙы юйып ташлай. Юҡҡа ғына уларҙы шәфҡәт туташы, тип атамайҙар шул. Уларҙың күңелдәре лә изге, уйҙары лә шәфҡәтле.

Һөнәренә бар күңелен һала
Һөнәренә бар күңелен һала

Миләүшә Яхина ла бына егерме дүрт йыл инде район үҙәк дауаханаһында барлыҡ хеҙмәттәштәренең, ауылдаштарының ихтирамын яулап, шәфҡәт туташы булып хеҙмәт итә. Ауырыуҙарға яғымлы ҡарашын, йылы мөнәсәбәтен йәлләмәй, Гиппократ антына тоғро ҡалып эшләй ул. Был хаҡта уның хеҙмәтен баһалаған күп һанлы республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һәм район үҙәк дауаханаһының Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары дәлилләй.
Миләүшә Венер ҡыҙы 1-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбенең 11-се класын тамамлағандан һуң Өфө медицина колледжына фельдшерлыҡҡа уҡырға инә. Дүрт йыл белем алғандан һуң ҡулына диплом алып, тыуған ауылына эшкә ҡайта. 1998 йылда йәш белгесте процедура бүлмәһенә шәфҡәт туташы итеп эшкә алалар. Бына шул дәүерҙән алып Миләүшә Венер ҡыҙы ауырыуҙарҙан ҡан ала, уколдар эшләй. Кеше тыуғандан алып йыш ҡына медицина анализдары бирә: балалар баҡсаһына, мәктәпкә барғанда, эшкә урынлашҡанда, медицина тикшереүе үткәндә, ауырып киткәндә. Улар барыһы ла Миләүшә Венер ҡыҙы ҡулы аша үтә.
Эшегеҙ ауыр, зарланмайһығыҙмы, ялҡытманымы бер урында эшләү, тип һорайым.
- Һис тә зарланмайым. Эшем бик оҡшай. Коллективыбыҙ татыу булғанға күрә, эштең ауырлығы ла тойолмай. Баш шәфҡәт туташы Әлфинә Хөсәйенова, өлкән шәфҡәт туташы Эльвира Сәйфетдиновалар менән ҡулға-ҡул тотоношоп, бер ғаилә кеүек оҙаҡ йылдар эшләйбеҙ. Тормошомдо эшемдән башҡа күҙ алдына ла килтермәйем, - тип яуап ҡайтарҙы Миләүшә.
Эйе, эш беҙҙең икенсе ғаиләбеҙ. Коллективта тыныс, татыу мөнәсәбәт булһа, күңел дә тыныс була. Әйткәндәй, Миләүшә Венер ҡыҙын балалары ла үҙҙәренең ҡыуаныслы хәбәрҙәре менән һөйөндөрөп тора. Өфө медицина институтының дауалау бүлегендә 5 курста уҡып йөрөүсе ҡыҙы Эльвинаның да әсәһе юлынан китеүе ғәжәп түгел. Тимәк, хәстәрлекле әсәй ҡыҙында ла изге һөнәргә һөйөү тәрбиәләй алған. Улы Марсель иһә мәктәптә уҡыған сағында уҡ теүәл фәндәрҙе яратҡанға күрә, авиация институтын һайлай. Ул инде 2 курсты уңышлы тамамлап килә. Ә кесе ҡыҙы Аделина 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбендә тик “4” һәм “5” билдәләренә генә уҡып йөрөй. Миләүшә Венер ҡыҙы эшендә генә тырыш хеҙмәткәр түгел, өйөндә лә уңған хужабикә һәм әсәй. Уның иң яратҡан шөғөлдәре - баҡса үҫтереү һәм тәмле-татлы ризыҡтар бешереү. Йорт алдарын сәскәгә күмеп, үҙе үҫтергән йәшелсә-емештәрҙән төрлө ризыҡтар әҙерләп, яҡындарын тәмлекәстәр менән һыйлап, барыһына ла ҡәнәғәт булып йәшәй ул. Ошо бәхеттән һәм хеҙмәттәштәренең ихтирам-хөрмәтенән айырмаһын уны Хоҙай!
Гөлсәсәк Аласова.

Автор фотоһы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: