Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
4 Май 2022, 15:19

Байрам күрке табындың йылылығында

Халыҡ Рамаҙан айы дауамында динебеҙҙең төп терәктәренең береһе булған ураҙа ғибәҙәтен тамамлап, игелектәр ҡылып, Аллаһы Тәғәләгә маҡтау яуҙырып уҙғарған изге айҙы ололап оҙатты һәм байрам итте. Бындай изге сара Мырҙа ауылының мәсетендә лә үтте.

Байрам күрке табындың йылылығында
Байрам күрке табындың йылылығында

Был көндө күрше ауылдарҙан, сит тарафтарҙа йәшәгән ауылдаштар изге йортҡа йыйылып йәмәғәт намаҙында ҡатнашты, Ураҙа байрамы уңайынан Зәбир хәҙрәт Бикташев һөйләгән вәғәздәрҙе, ҡөрьән тыңланы, туғандарҙың һәм яҡындарҙың һаулығы , именлеге өсөн, илебеҙҙә тыныслыҡ һәм именлек өсөн доға ҡылды, хәйер саҙаҡалар һалды. Сара байрам өҫтәле артында дауам итте. Ауылыбыҙ мәсетендә үткән һәр бер изге байрамдарҙың иғәнәсеһе, эшҡыуар Марат Үтәғолов ауылдаштары өсөн бер һарыҡ салдырҙы, усаҡта аш бешерелде. Һәр кем үҙҙәре алып килгән күстәнәстәр менән саф һауала өҫтәл әҙерләп, аш ашап, тәмле сәйҙәр эсеп һыйланды.
Байрам күрке табын муллығында ғына түгел, байрам күрке табындың йылылығында, - тиҙәр. Был юлы ла мырҙалылар Ураҙа ғәйетен бергә ҡаршыланы. Мәсеткә йыйылыусылар сараны ойоштороусы, табын әҙерләүҙә ярҙам итеүсе һәр кемгә рәхмәттәрен әйтеп, Аллаһы Тәғәлә бөтә айҙарҙың солтаны булған мөбәрәк рамаҙан айында тотҡан ураҙаларыбыҙҙы, уҡыған тәүарих намаҙҙарыбыҙҙы, ҡылған изге ғәмәл-ғибәҙәттәребеҙҙе, доғаларыбыҙҙы ҡабул ҡылһын, әжер-сауаптарын бирһен, тигән теләктәрен еткереп, киләһе йылда ла Ураҙаны ҡаршы алырға яҙһын, тип таралашты.
Эльмира Рафиҡова.
Автор фотоһы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: