Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
25 Март 2022, 12:51

Мәҙәни усаҡтар һүрелмәҫ

Ауылдарҙа дәртле лә, талантлы ла халыҡ йәшәй. Уларҙы бергә туплап, һәр саҡ дәртләндереп тороусы кешеһе генә кәрәк. Әлбиттә, мәҙәни һәм рухи тәрбиә биреүҙәге бындай ҙур эште мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре башҡара.

Мәҙәни усаҡтар һүрелмәҫ
Мәҙәни усаҡтар һүрелмәҫ

Иҫке Бәпес ауылында бик оҙаҡ йылдар был еңел булмаған йөктө ауыл клубы мөдире Гөлназ Ғаффарова тарта.

Ауырғазы районының Үтәймулла ауылында тыуып үҫеп, Өфөлә техник-технолог һөнәре алған Гөлназ Тәхәү ҡыҙын яҙмыш елдәре 2000 йылда Иҫке Бәпескә килтерә һәм 2001 йылдан алып ул ошо ауылдың мәҙәниәт усағында ең һыҙғанып эш башлай.

- Һәр эштең үҙенсәлектәре бар. Мәҙәниәт өлкәһендәге эште лә бик үк еңел, тип әйтеп булмай, сөнки һәр ваҡыт кеше менән эшләргә тура килә. Үҙе аҙмы-күпме клубта эшләгән кеше генә быны яҡшы аңлай. Һуңғы йылдарҙа ҡағыҙ эше күбәйҙе. Шуға күрә күп ваҡытты шул документация эшенә, компьютер артында ултырыуға бүлергә тура килә. Сайттарға һәм башҡа социаль селтәрҙәргә мәғлүмәтте ҡуйыуҙа интернеттың яй эшләүе ауырлыҡ тыуҙыра. Мәҙәниәттә эшләгән кешенең ялы ла, байрамы ла юҡ, тигәндәй, бар халыҡ байрам иткәндә, беҙ эштәбеҙ һәм һәр саҡ ниндәйҙер мәҙәни сара үткәрәбеҙ. Бер аҙ тынғыһыҙ булһа ла, мин үҙемдең хеҙмәтемде яратып башҡарам. Бар күңелеңде биреп эшләгән саҡта ғына барыһына ла өлгөрөп була шул. Коллегаларым Наилә Миңнислам ҡыҙы Ишемғолова һәм Илдар Салауат улы Хәсәнов менән бергә-бергә мәҙәни усағыбыҙ һүнмәһен өсөн ал-ял белмәй тырышабыҙ. Республикала һәм районда уҙғарылған байрамдарҙа әүҙем ҡатнашабыҙ, күрше ауылдарға концерттар менән сығабыҙ. Мәҙәниәт йортонда ҡумыҙсылар, йырсылар, бейеүселәр, театр түңәрәктәре ойошторола. Шулай уҡ шашка, шахмат, бильярд берекмәләре эшләп килә. Ҡыҙғанысҡа, ауылыбыҙҙа профессионал хореограф юҡ. Йыраҡ ауылға йөрөп эшләүе ауырыраҡ булғас, бында эшкә килгән бейеүселәребеҙ оҙаҡ тотҡарланмай. Балаларға бейеү серҙәрен өйрәтеүсе мәктәптә китапханасы булып эшләгән Гөлнур Мирғәли ҡыҙы Шаймарҙановаға рәхмәтлебеҙ. Ул үҙе лә барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша.

Шәхсән үҙемә килгәндә инде, мин күмәк балалы ғаиләлә 11-се бала булып донъяға килгәнмен. Бер туғандарымдың барыһы ла йырларға һәм бейергә әүәҫтәр. Мин дә билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың оҫталыҡ дәрестәрендә ҡумыҙҙа уйнау серҙәрен өйрәндем. Ҡумыҙсыларыбыҙ менән төрлө конкурстарҙа ҡатнашабыҙ. Айгиз улым бик бәләкәй сағынан алып әрме сафына киткәнсе минең менән йәнәшә һәр мәҙәни сарала ҡатнашып, ярҙам итеп йөрөнө. Әлеге көндә Линара ҡыҙым минең оло ярҙамсым булып тора. Ул ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнай, бейеү түңәрәгенә йөрөй. Тормош иптәшем дә эшемде аңлап ҡабул итә.

Ауыл халҡына ҙур рәхмәтлемен. Улар беҙ үткәргән сараларҙа әүҙем ҡатнашалар, мәҙәни сараларға теләк менән йөрөйҙәр. Айырым рәхмәтемде “Бөрлөгән” фольклор төркөмө апайҙарына әйтер инем, сөнки барлыҡ эште улар менән бергә башҡарабыҙ. Шулай уҡ беҙгә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙыусы ауыл хакимиәте башлығына, мәктәп коллективына, китапхана һәм балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтемдең сиге юҡ, - тип таныштыра Гөлназ Тәхәү ҡыҙы үҙенең яратҡан хеҙмәтенең үҙенсәлектәре менән.

Мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Гөлназ Ғаффарова Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы һәм күп тапҡырҙар район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.

Тормош иптәшенә тоғро ҡатын, балаларына һөйөклө әсәй, ейәненә яратҡан өләсәй булған, шул уҡ ваҡытта бар күңелен һалып үҙ эшен башҡарыусы ошондай гүзәл заттарыбыҙ бар саҡта, ауылдарыбыҙҙа тормош гөрләр, ундағы мәҙәни усаҡтар һүрелмәҫ, ә яңы һулыш алыр, тип ышанабыҙ.  

Розалия НАЗАРОВА.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: