Даирә
+15 °С
Облачно
Байрамдар
25 Марта 2022, 11:05

"Хуш, һөйөклө әлифбам!"

Бөгөн район мәктәптәрендә 1 класс уҡыусылары менән "Хуш, һөйөклө Әлифбам!" байрамы уҙғарылды.  Ҡырмыҫҡалы ауылы гимназияһының 1 "б" класы уҡыусылары ла класс етәкселәре Әлфиә Йосопова менән Әлифба иленә һуңғы сәйәхәткө юлланып,  ҡыҙыҡлы уйындар уйнаны, йомаҡтар, ребустар систе. 

"Хуш, һөйөклө әлифбам!""Хуш, һөйөклө әлифбам!"
"Хуш, һөйөклө әлифбам!"

Хәрефтәрҙән һүҙҙәр төҙөү, артыҡ хәрефте табыу, мәҡәлдәрҙең аҙаҡҡы өлөштәрен әйтеп биреүҙе балалар уңышлы башҡарҙы. Байрамға арнап ятлаған шиғырҙар, бейеү һәм йырҙар ҡунаҡтар тарафынан йылы ҡабул ителде. Мәктәп директоры Фәнис Фуат улы Хоҙайҙатов, уҡытыусы Ләйсән Абакачева һәм ата-әсәләр беренселәрҙе тәүге еңеүҙәре менән ҡотланы, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Байрам кескәйҙәрҙең күңелендә оҙаҡ һаҡланһын, улар белем донъяһына тағы ла тырышыбыраҡ үрләһен!

Гөлсәсәк Аласова.

"Хуш, һөйөклө әлифбам!"
"Хуш, һөйөклө әлифбам!"
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас