Даирә
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
25 Март 2022, 16:11

27 МАРТ – ХАЛЫҠ-АРА ТЕАТР КӨНӨ . “Бала саҡ хыялыма хыянат итмәнем”

Тормош ул – театр, ә кешеләр унда актерҙар, тиҙәр. Әммә театр ул - үҙе бер тормош. Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Малай ауылында тыуып үҫеп, ғүмер юлының 44 йылын мәҙәниәт өлкәһенә бағышлап, 2000 йылда РФ-ның Почет Грамотаһына лайыҡ булған Мәҙинә Әмир ҡыҙы менән театр һәм тормош хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

27 МАРТ – ХАЛЫҠ-АРА ТЕАТР КӨНӨ . “Бала саҡ хыялыма хыянат итмәнем”
27 МАРТ – ХАЛЫҠ-АРА ТЕАТР КӨНӨ . “Бала саҡ хыялыма хыянат итмәнем”

“Бала саҡ хыялыма хыянат итмәнем”

“Тормошта шундай ябай, баҫалҡы ғына кеше күренһә лә, сәхнәгә уйнарға сыҡһа, бөтөнләй икенсе кешегә әйләнә лә ҡуя. Танып та булмай үҙен”. Беҙҙең бөгөнгө әңгәмәбеҙ геройы хаҡында әйтелгән ошондай һүҙҙәрҙе бик күптәрҙән ишетергә тура килә. Һүҙебеҙ район Мәҙәниәт һарайының “Сатҡылар” халыҡ театрының режиссеры ярҙамсыһы, ошо көндәрҙә үҙенең 65 йәшлек матур юбилейын билдәләүсе Мәҙинә Усманова тураһында.

Белеүегеҙсә, район үҙәгендә үткән бер сара ла тиерлек “Сатҡылар” халыҡ театры сығышынан тыш үтмәй. Улар шулай уҡ “Автоклуб” менән бергә төрлө бәләкәй ауылдарҙа ла сығыш яһарға өлгөрә. Тормош ул – театр, ә кешеләр унда актерҙар, тиҙәр. Әммә театр ул - үҙе бер тормош. Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Малай ауылында тыуып үҫеп, ғүмер юлының 44 йылын мәҙәниәт өлкәһенә бағышлап, 2000 йылда РФ-ның Почет Грамотаһына лайыҡ булған Мәҙинә Әмир ҡыҙы менән театр һәм тормош хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Мәҙинә апай, мәҙәниәт хеҙмәткәре, театр артисы булыу бала саҡ хыялы инеме?

  • - Эйе, тап шулай, бала саҡтан килгән хыялым ул. Мин мәктәптә яҡшы ғына уҡыным. Класташым Рәлиҙә Муса ҡыҙы Ғәйфуллина (хәҙер инде мәрхүмә) менән Малай ауылындағы башланғыс класты “5” билдәләренә генә тамамланыҡ. Өсөнсө класта уҡыған саҡта уҡ шиғыр һөйләй башланым, бейей ҙә торғайным. Бишенсе кластан алып Түбәнге Төкөн ауылындағы мәктәпкә 11 км йәйәү йөрөп уҡыныҡ. Бына шунда инде нығыраҡ асылып киттем, шиғыр һөйләү һәм бейеү буйынса төрлө конкурстарҙа ла ҡатнаша башланым. Спорт менән шөғөлләндем, йүгерә инем гел. Унынсы класты “4” һәм “5” билдәләре менән тамамлағас, уҡытыусыларымдың барыһы ла мине педагогия институтына уҡырға керер тип уйлаған ине. Ә минең башыма артист булыу хыялы кереп ултырған да, башҡа һөнәр тураһында уйларға ирек бирмәй. Мәҙәниәт буйынса уҡырға барам тигәс, инәйем дә атайым да ҡаршы килмәне. Ярай, балам, уҡы тинеләр ҙә ҡуйҙылар.

Бына шулай итеп, бала саҡ хыялыма хыянат итмәйенсә, Стәрлетамаҡтағы культура-ағартыу училищеһына уҡырға керҙем. Уҡытыусыларым: “Мәҙинә, һин рус филологияһынамы, әллә башҡорт филологияһы факультетына керҙеңме”, - тип һорайҙар мәктәпте бөткәнгә бер йыл үткәс. Мин үҙемдең ҡайҙа уҡып йөрөгәнемде әйткәс: “Документыңды тиҙерәк кире ал, унда йөрөмә”, тиһәләр ҙә тыңламаным. Ул саҡта нишләптер Өфөләге сәнғәт институтына ла барып ҡарамағанмынсы. Училищеның театр бүлеген бер “4” билдәһе менән генә тамамланым. Ҡулыма театр колективтары етәксеһе тигән диплом алғас, тыуған ауылымдағы яңы төҙөлгән клубтың мөдире булып эш башланым. Бер йыл эшләгәс, район үҙәгендәге мәҙәниәт йортона эшкә саҡырҙылар. Ул саҡта район мәҙәниәт йорто әлеге фонтан урынында ине. 1980 йылдарҙа яңы Мәҙәниәт һарайы асылды. Мин унда тәүҙә методист, аҙаҡ өлкән методист булып эшләнем, әммә эштән һуң, кистәрен халыҡ театрында уйнап йөрөнөм, район буйынса барлыҡ сараларға сценарий яҙыу ҙа минең өҫтә ине. Ул саҡтарҙа театрҙы Рәсих Хәтмулла улы Бакиров, Ғәзимә Мөхәмәтғәли ҡыҙы Закирова етәкләнеләр. Уларҙың барыһы менән дә бергә-бергә бик татыу эшләнек. Һуңынан “Сатҡылар” театрына Флүрә Ғәлинур ҡыҙы Низамова режиссер итеп тәғәйенләнде. Уның менән әлеге көнгәсә ҡулға-ҡул тотоношоп эшләйбеҙ. Эштән һуң көн һайын тиерлек райондың төрлө ауыл клубтарына сығыш яһарға сығып китә торғайныҡ. Пенсия йәшенә еткәс, “Сатҡылар” халыҡ театры режиссеры ярҙамсыһы вазифаһына эшкә күстем.

  • Тәү башҡарған ролегеҙҙе хәтерләйһегеҙме? Ниндәй ролдәрҙе уйнау күңелегеҙгә нығыраҡ ята? Иң яратып башҡарған ролегеҙ бармы?
  • Үҙ ғүмеремдә тиҫтәләгән төрлө ролдәр башҡарырға тура килде. Иң тәүге ролем – Н. Иҫәнбәттең “Райхан” спектаклендә Мәпә исемле йәш ҡатындың бик характерлы роле булды. Драматик ролдәрҙе башҡарыу күңелемә нығыраҡ оҡшай. Иң яратып башҡарған ролем - Мөкәрәмә Садиҡованың “Бергенәм - гөлгенәм” спектаклендәге Әсә роле.
  • Артислыҡ һәләте һеҙгә кемдән бирелгән тип уйлайһығыҙ?
  • Малай ауылындағы Сәҙинә Мөхәрләм ҡыҙы һәм Әмир Сәитгәрәй улы Сәлимгәрәевтар ғаиләһендә тыуып үҫкәнмен. Атайым ғүмер буйы колхозда эшләне. Әсәйем алдынғы сөгөлдөрсө булды. Атайым ауылдың иң оҫта баянсыһы булһа, әсәйем бейергә ярата ине. Элек клубта кино ҡуя торған будка була торғайны бит. Атайымды шунда саҡырып алалар ҙа баянда уйнаталар. Рупор аша көй ауылға яңғырап тора. Ул шулай итеп кис буйы уйнай, ә ололар яйлап ҡына парлашып, ҡултыҡлашып киноға килә. Ғаиләлә дүрт бала үҫтек. Бер туған энекештәрем - Әхтәм, Әбүзәр, Салауат Сәлимгәрәевтар төрлө музыкаль инструменттарҙа уйнарға оҫталар. Миңә лә һәләт ата-әсәйемдән бирелгәндер, моғайын.
  • Шайморатов ауылына килен булып төшкән тарихты ҡыҙыҡ итеп һөйләгән инегеҙ.
  • 1979 йылдар тирәһендә Мәҙәниәт һарайында эш башлағас, район буйлап командировкаға сығып киттек. Шайморатов ауылы клубын да тикшерергә килдек. Мин үҙем Ағиҙел буйында үҫкән кеше бит инде. Беҙҙең ауылды күлдәр, йылғалар, ағаслыҡтар уратып алған. Бала саҡтан Иҙелдең икенсе ярына ағымға ҡаршы йөҙөп сығабыҙ ҙа, теге ярҙа рәхәтләнеп еләк ашайбыҙ ҙа, кире үҙебеҙҙең яҡҡа йөҙөп сығабыҙ. Шайморатов ауылына килеп төшкәйнек, унда соҡор ҙа саҡыр, йылға ла юҡ. “Кит, бында килен булып төшөргә яҙмаһын”, - тип уйлап ҡуйҙым шунда. Яҙмыш тигәнең ҡыҙыҡ икән шул, нәҡ ошо ауылға килен булып төштөм дә ҡуйҙым. Хәҙер Шайморатов ауылы үҫте, матурайҙы. Тағы ла бер ҡыҙыҡ хәл хәтерҙә. Студент саҡта ҡыҙҙар менән “Һин кемгә кейәүгә сығырға теләйһең?” тигән һорауға әңгәмәләшәбеҙ. Береһе колхоз рәйесенә, икенсеһе начальникка, өсөнсөһө директорға сығам ти. “ Ә мин рәссамға сығам”, - тинем. “Нишләп художникка, уның бит аҡсаһы әҙ”, - тиҙәр ҡыҙҙар бер тауыштан. “Әллә, минең тере художникты күргәнем дә юҡ ул әлегә”, - тигән яуабыма ҡыҙҙар рәхәтләнеп көлгәйнеләр. Хоҙайҙың “Амин” тигән сағына тура килгәндер, күрәһең, рәссамға кейәүгә сыҡтым. Буласаҡ тормош иптәшем Рим Әсҡәт улы Усманов менән танышҡанда, ул район Мәҙәниәт һарайында рәссам-биҙәүсе булып эшләй ине. Ҡыш көнө таныштыҡ та, йәйгә никах та уҡыттыҡ. Яҡшы ғаиләгә килен булып төштөм. Ҡәйнәм дә бик изге кеше ине. Ғөмүмән әйткәндә, Шайморатов ауылында бик уңған кешеләр йәшәй. Хәҙер ул – минең иң яратҡан ауылым.
  • Театр артисы һөнәрен һайлағанығыҙға үкенмәйһегеҙме?
  • Юҡ, бөтөнләй ҙә үкенмәйем. Ул турала уйлағаным да юҡ. Эх, йәш ваҡытҡа ҡайтһам ине, тип әйткәнем дә юҡ, әйткем дә килмәй минең. Минеңсә, ғүмерҙең һәр миҙгеленең үҙ матурлығы, үҙ шатлығы, үҙ бәхете бар. Хоҙай Тәғәлә биргән һәр ҡыуаныс-шатлыҡты, һәр һынауҙы ҡабул итеп ала белергә генә кәрәк. Әлеге йәшемдә лә һөйөнөстәрем күп, шөкөр. Ейән-ейәнсәрҙәрем үҙҙәренең уңыштары менән шатландырып ҡына тора. Уларҙың: “Иҫәнме, нәнәй! Хәлдәрең нисек? Нәнәй, хәйерле иртә!” – тип өҙөлөп тороуҙары үҙе ҙур бәхет. Улар менән бергә-бергә гөрләшеп йәшәүе ни тора. Хатта, үҙеңдең нисә йәш икәнен дә онотоп китәһең. Ял көндәре рәхәтләнеп Шайморатов ауылындағы йортобоҙға ҡайтабыҙ. Унда баҡса үҫтерәбеҙ, балаларҙы эшкә өйрәтәбеҙ.

Мәҙәниәт өлкәһенә талантлы йәштәр килеп тора. “Сатҡылар” театрында йәш таланттар - Салауат Әйүпов, Светлана Әхмәҙиева, Дамир Ишембаев, Нәргизә Закирова, Рәсилә Иштуғанова, Нәркәс Хәлитова, Ольга Исхакова, Илдар Хәсәнов, Альбина Юлыева, Гөлназ Хәкимова, Эмиль Һөйәрғолов менән әүҙем эшләйбеҙ. Йәштәр менән эшләүе оҡшай. Уларҙан күп нәмәгә өйрәнәбеҙ. Улар менән бергә ижад итеүе күңелле. Үҙ эшемде шул тиклем яратам, әммә ҡасан да булһа, эште ташларға тура килер бит инде. Эштән китһәм, нимә эшләрмен икән тип уйлап ҡуям, хатта.

- Ихлас әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Мәҙинә апай! Артабан да шулай изге күңелле, дәртле булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ!

Розалия НАЗАРОВА әңгәмәләште

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: