Даирә
+15 °С
Ясно
Байрамдар
17 Марта 2022, 05:11

20 март— Торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү хеҙмәткәрҙәре көнө

Үҙебеҙҙең тормошто был өлкәлә хеҙмәт итеүселәрҙән башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Халыҡ көнкүрешендәге именлек тап уларҙың ҡулында тиһәк тә, һис арттырыу булмаҫ, сөнки улар беҙҙе бар уңайлыҡтар, сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеп кенә ҡалмай, шулай уҡ  ҡулланылған һыуҙарҙы ҡабул итеү һәм таҙартыу, һыу һәм канализация селтәрҙәрен монтажлау һәм ремонтлау кеүек үтә лә яуаплы хеҙмәттәрҙе башҡара.

Добавить в предпочтительные источники Google
20 март— Торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү хеҙмәткәрҙәре көнө20 март— Торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү хеҙмәткәрҙәре көнө
20 март— Торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү хеҙмәткәрҙәре көнө

20 март— Торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү хеҙмәткәрҙәре көнө.

Көн-төн, ял тип тормай.

Йыл һайын марттың өсөнсө йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Үҙебеҙҙең тормошто был өлкәлә хеҙмәт итеүселәрҙән башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Халыҡ көнкүрешендәге именлек тап уларҙың ҡулында тиһәк тә, һис арттырыу булмаҫ, сөнки улар беҙҙе бар уңайлыҡтар, сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеп кенә ҡалмай, шулай уҡ  ҡулланылған һыуҙарҙы ҡабул итеү һәм таҙартыу, һыу һәм канализация селтәрҙәрен монтажлау һәм ремонтлау кеүек үтә лә яуаплы хеҙмәттәрҙе башҡара.

Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Зәбир Хәсәнов 2001 йылда “Водоканал” йәмғиәтенә насостар буйынса оператор булып эшкә килә. 2013 йылдан алып ул участка мастеры вазифаһын башҡара. Зәбир Әнүәр улын беҙ бер йортта һыу счетчигын алмаштырған мәлендә тап иттек. Үҙе әйтеүе буйынса, был уның һанап та бөтөрөрлөк булмаған барлыҡ эштәренең бер төрө генә. Ниндәй генә хеҙмәттәр башҡарырға тура килмәй икән уларға. Ҡыш көндәрендә һәм яҙлы-көҙлө ҡыйыҡтарҙы ҡарҙан таҙартыу, һыу торбалары ремонтлау, канализация менән килеп тыуған барлыҡ проблемаларҙы хәл итеү һәм башҡа бик күп эштәр уларҙың иңенә төшә.

- Эштең еңеле булмай. Беҙҙең хеҙмәт тә үҙенсәлекле, әлбиттә. Ватыла, тишелә торған әйберҙәр көн-төнмө, ялмы тип һорап тормай шул. Шуға күрә беҙгә тәүлектең ҡайһы ваҡытында ла әҙер торорға тура килә. Төн уртаһында ла эшкә саҡырып шылтыратыуҙары бар. Тормош иптәшем һәм балаларым минең был тынғыһыҙ эшемә өйрәнеп бөттөләр инде, аңлап ҡабул итәләр. Хеҙмәтеңде, коллективыңды яратһаң, бер эштең дә ауырлығы һиҙелмәй ул. Бригадабыҙҙа ышаныслы егеттәр эшләй. Һәр саҡ бер-беребеҙгә терәк булып торабыҙ. Уларҙың барыһын да һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым һәм ныҡлы һаулыҡ, уңыштар теләйем. Артабан да шулай бергә-бергә ең һыҙғанып эшләргә яҙһын, - ти Зәбир Әнүәр улы үҙенең эше һәм коллективы тураһында.

Һәр эштең ҡыйынлыҡтарын шул тармаҡта хеҙмәт иткән кеше генә тейешле кимәлдә баһалай ала. Был еңел булмаған эште башҡарыусылар артабан да һынатмаҫ, үҙҙәренең хеҙмәте менән беҙҙең проблемаларыбыҙҙы хәл итеп,  тормошобоҙҙо тағы ла йәмлерәк итер, тип ышанабыҙ. Байрамығыҙ менән!

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотоһы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас