

- Кескәй сағымдан уҡ спорттың был төрөнә ғашиҡмын. 1-се кластан алып үҙем дә аэробика менән шөғөлләндем, ә әлеге көндә балаларға өйрәтәм. Өфө ҡалаһындағы һөнәри педагогия колледжында физкультура уҡытыусыһына уҡып сыҡҡас, күңелемә ятҡан, яратҡан һөнәрем буйынса эш тә башлап ебәрҙем. Әлбиттә, балалар менән эшләүе бик еңелдән түгел, әммә мин үҙ эшемде лә, балаларҙы ла шул тиклем ныҡ яратам. Әгәр ваҡытты кирегә әйләндерһәләр, барыбер ошо һөнәрҙе һайлар инем. Ниндәйҙер саралар ойошторолһа, ял һәм байрам көндәрендә лә эшкә сығырға тура килә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, эшемә бер ҙә зарланғаным юҡ. Балалар менән һабантуйҙа һәм төрлө башҡа байрамдарҙа бик теләп сығыш яһайбыҙ. Спорт мәктәбенә 3 йәштән алып 18 йәшкәсә балалар йөрөй. Шулай уҡ аҙнаһына ике тапҡыр оло йәштәгеләр менән дә күнекмәләр үткәрәбеҙ. Улар ҙа бик ҙур теләк менән йөрөй. Эшем ни тиклем тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, ғаиләмә - 8 йәшлек ҡыҙыма һәм 3 йәшлек улыма ваҡыт бүлергә тырышам. Улар ҙа кескәй саҡтан уҡ спорт менән дуҫтар, минең менән бергә шөғөлләнәләр. Ғөмүмән әйткәндә, эшем менән дә тормошом менән дә ҡәнәғәтмен. Барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы, әсәйҙәрҙе 8 Март байрамы менән ҡотлайым, сәләмәтлек, бәхет һәм оҙон ғүмер теләйем. Барыһына ла сәләмәт тормош алып барырға кәңәш итәм. Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух, тип бушҡа әйтмәгәндәр бит халыҡта, - ти үҙ эшенең оҫтаһы Роза Ринат ҡыҙы.