Даирә
+13 °С
Ясно
Байрамдар
1 Сентября 2021, 11:09

Ғилем иленә рәхим итегеҙ!

Белем көнө - иң тулҡынландырғыс, иҫтәлекле көн. Ул ҙур әһәмиәткә эйә халыҡ байрамы. Был көндө ҡулдарына сәскәләр бәйләме тотҡан шат йөҙлө балалар урамдарҙы йәмләй. Сәстәренә аҡ таҫмалар бәйләгән ҡыҙҙар, етди костюмдар кейгән малайҙар үҙҙәренең уҡыясаҡ мәктәптәренә ашығалар.

Ғилем иленә рәхим итегеҙ!Ғилем иленә рәхим итегеҙ!
Ғилем иленә рәхим итегеҙ!

Һәр уҡыусы, бигерәк тә тәүге тапҡыр белем усағына килеүсе балалар 1 сентябрҙе ҙур тулҡынланыу менән көтөп ала. Быйылғы яңы уҡыу йылында районда парта артына 6 меңдән ашыу уҡыусы ултыра, уларҙың 700-гә яҡыны мәктәпкә тәүге тапҡыр аяҡ баҫа.
Ҡарлыман мәктәбе лә иртәгә уҡыу­сыларын яңынан үҙ тупһаһына йыя. Фидан Батыршин, Диана Ғәҙелшина, Данис Хө­сәйенов тәүге тапҡыр мәктәпкә килеп, уҡытыусылары менән танышып, мауыҡ­тырғыс белем донъяһына аяҡ баҫа. Улар өсөн барыһы ла яңы – беренсе класс, тәүге уҡытыусы, тәүге ҡыңғырау... Бында белем донъяһына юл, унда илтеүсе уҡытыусылар һәм ышаныслы дуҫтар көтә. Ә әлегә тәүге уҡытыусылары Зөлфиә Закир ҡыҙы Шәм­сет­динова йөҙҙәрендә нур бөркөлөп торған ҡыҙ-малайҙарҙы белем иленә алып китәсәк.
Уҡыусыларға мәктәптә дәрт һәм көс менән белем алырға, татыу булырға, уңыштарға ирешергә яҙһын, мәктәп йылдары һәр кемдең күңелендә тик матур хәтирәләр генә ҡалдырһын.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Роза Тажетдинова фотоһы.

Автор:Роза Тазетдинова
Читайте нас