Даирә
+17 °С
Облачно
Байрамдар
1 Июля 2021, 09:20

1 июль - Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө

Беренсе июлдә йыл һайын бөтә ил буйынса Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө билдәләп үтелә. Берҙәмлек көнө булып торған был датаны Афғанстанда, Чечен Республикаһында хеҙмәт итеүселәр һәм башҡа республикаларҙа хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар билдәләп үтә.

Бына бөгөн дә Афған һәм Чечен хәрби хәрәкәттәр ветерандары Айрат Баймөхәмәтов, Фирҙәүес Бәхтигәрәев, Әхмәт Хөснетдинов һәм Финат Бикҡужиндар ҡыҙыу нөктәләрҙә баштарын һалған һәм ҡайтҡас мәрхүм булған егеттәребеҙҙе иҫкә алыу һәм сәскәләр һалыу өсөн район үҙәгендәге яугир-интернационалистарға ҡуйылған һәйкәл янына килде.
Сәстәренә сал йүгергән был олпат ағайҙарҙың йөҙҙәренән күпте күреп, күпте кисергәндәре күренеп тора. Ысын һуғыш утында ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең тән яралары күптән уңалһала, күңел яралары уңалмаған – күҙҙәрендә етдилек һәм һағыш.
Яугирҙәрҙең бөгөн бер-береһен ҡотлап, үҙ-ара уртаҡлашыр хәтирәләре бик күп.
- Был көн Рәсәй өсөн һуғышҡан, тыуған ил алдындағы бурыстарын үтәгән һәр кемде иҫкә алыу көнө, уларҙың ниндәй һуғыштарҙа һәм ҡораллы конфликттарҙа ҡатнашыуы бөтөнләй мөһим түгел. Беҙ, яугир-интернационалистар был көндө бергә йыйылышып, хәтирәләр менән уртаҡлашабыҙ, һәләк булып ҡалған хеҙмәттәштәребеҙҙе иҫкә алабыҙ, - ти Ҡырмыҫҡалы ауылынан Афған һуғышының яугир-интернационалисы Айрат Баймөхәмәтов.
- Афғанстанда, Чечняла, Тажикистанда һәм башҡа ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт итеүселәр беҙ барыбыҙ ҙа бер бөтөнбөҙ, ғүмеребеҙ һәм һаулығыбыҙ менән иҫәпләшмәй, ил тыныслығы өсөн көрәшкәнбеҙ. Ошондай көндө билдәләргә бер туғандарҙай йыйылыуыбыҙ ҡыуаныслы. Беҙ барыбыҙ ҙа - ҡулына ҡорал тотоп ил алдындағы бурысын үтәгән ябай һалдаттарбыҙ, - тип һөйләй Чечен һуғышы ветераны Финат Бикҡужин.
Байрамығыҙ менән, хәрби хәрәкәттәр ветерандары!
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас