Даирә
+25 °С
Облачно
Байрамдар
10 Июня 2021, 10:07

Ибраһимова Миң­зилә Салауат ҡыҙына

Үрге Төкөн ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Олокүл ауылында йәшәүсе ҡәҙерле Ибраһимова Миң­зилә Салауат ҡыҙын 55 йәшлек матур юбилейы менән их­лас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ҡәҙерлебеҙ, һине байрамың менән ҡотлап, ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ! Кешелекле, изге күңелле, тырыш, уңған яҡыныбыҙ барыбыҙ өсөн дә өлгө һәм терәк. Артабан да әлегеләй йомарт, алсаҡ йөҙлө, изге күңелле булып, ауырымай-һыҙланмай, беҙҙең менән бергә оҙон ғүмер итеүеңде теләйбеҙ. Киләсәк тормошта ла һәр атҡан таңға ҡыуанып, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, беҙгә терәк булып, бәхетле оҙон ғүмер кисерергә Хоҙай насип итһен.
Тормош юлың һәр ваҡыт балҡып торһон,
Яғымлы, шат булһын күңелең.
Оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡ менән
Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – ярты бәхет, тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен.
Иң изге теләктәр менән Ләйсән, Азамат, Миләүшә, Илгиз, Юлиә.
Читайте нас