Уңған, тынғыһыҙ, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, бәхет, балаларының изгелеген, шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп, бәрәкәтле, имен тормошта оҙон бәхетле ғүмер кисереүен теләйбеҙ. Киләсәктә лә бөгөнгө кеүек оло йөрәкле, киң күңелле терәгебеҙ булып, яҡындарыңдың изгелектәрен күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын!
Күпме булһа ерҙә изге теләк,
Беҙ теләйбеҙ һиңә барыһын да.
Ал сәскәләр менән бәхет яуһын
Тыуар көндөң һәр бер таңында.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә изге теләктәр.
Нурға тулған йөҙөңдө күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.
Иң изге теләктәр менән Ибраһим ауылынан Дәүләтбаевтар, Дәүләтшиндар, Бишауыл-Уңғар ауылынан Искәндәровтар һәм Хәйретдиновтар ғаиләләре.