Даирә
+21 °С
Облачно
Байрамдар
10 Июня 2021, 10:13

Ҡарлыман ауылы егете Өмөтбаев Тимур Таһир улын һәм Шәрипҡол ауылы һы­лыуы Грабовская Вероника Андре­евнаға

Ҡәҙерлеләребеҙ - Ҡарлыман ауылы егете Өмөтбаев Тимур Таһир улын һәм Шәрипҡол ауылы һы­лыуы Грабовская Вероника Андре­евнаны туй көндәре менән ихлас йөрәктән ҡай­нар ҡотлайбыҙ.

Йәш ғаиләгә бәхетле оҙон ғүмер, ырыҫлы мул тормош, татыулыҡ, сәлә­мәт­лек һәм балалар ҡыуанысы теләйбеҙ. Туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ менән шатлыҡ- ҡыуаныста бергә-бергә йәшәгеҙ. Бөгөнгөләй матур хистәрегеҙҙе һаҡлап ҡалып, алтын туйҙарға етергә яҙһын.
Тормош дилбегәһен ныҡлап тотоп,
Ғүмер буйы бергә барығыҙ.
Бөтмәҫ ҡыуаныстар килһен һеҙгә,
Күтәренке булһын күңелегеҙ.
Парлы типһен мәңге йөрәгегеҙ,
Мөхәббәттең ике ҡояшы.
Ҡояш кеүек түп-түңәрәк булһын
Бәхетегеҙ - ғүмер юлдашы.
Иң изге теләктәр менән атайығыҙ Таһир, әсәйегеҙ Раушания, өләсәйегеҙ Фәүзиә, олатайҙарығыҙ Рафаил, Камил,  ағайығыҙ Алмаз, еңгәгеҙ Регина, туғанығыҙ Азалия һәм барлыҡ туғандарығыҙ.
0650 Ҡәҙерлеләребеҙ Өмөтбаев Тимур Таһир улы менән Грабовская Вероника Андреевнаны ғүмерҙәренең иҫтә­лекле байрамы – законлы туй көндәре менән ҡайнар ҡот­лайбыҙ. Ғаиләгеҙ – ныҡ, донъяғыҙ – матур, ғүмерегеҙ – бәхетле, бә­хетегеҙ ғүмерле булһын. Йөрәк түрегеҙҙә яралған мөхәб­бәтегеҙҙе һүрелтмәй, тормош һынауҙарына биреш­мәй, пар ҡанатлы булып, бәхеттә, именлектә, иңгә-иң терәп йә­шәргә яҙһын. Туйҙа яуған теләктәрҙе аҡлап, атай-әсәй­ҙәрегеҙҙе һөйөндөрөп, ырыҫта, муллыҡта тиң ғүмер итегеҙ!
Ҡәҙерлеләребеҙгә хәйерле оҙон ғүмерҙәр, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, игелекле, иманлы, миһырбанлы, шәфҡәтле балалар үҫтереүҙәрен теләйбеҙ.
Бәхеткә, шатлыҡҡа күмелеп,
Һәр ваҡыт йылмайып һәм көлөп,
Ҡәҙергә-хөрмәткә күмелеп,
Йәшәгеҙ мәңгелек гөл булып.
Аҡ бәхеттәр һеҙгә юлдаш булһын,
Күтәренке булһын күңелегеҙ.
Һаулыҡ, шатлыҡ, ҡыуаныстар менән
Гөрләп үтһен һеҙҙең ғүмерегеҙ.
Иң изге теләктәр менән Гөлнар апайығыҙ, Әсләм еҙнәгеҙ һәм туғандарығыҙ Руслан, Эльвина, Марсель һәм Артур.
Читайте нас