Даирә
+19 °С
Ясно
Байрамдар
10 Июня 2021, 10:15

Аҙнабаев Фәнзил Рәис улына

Үрге Төкөн ауылында йәшәүсе ҡә­ҙерле улым, тормош иптәшем, ҡуст­ы­быҙ Аҙнабаев Фәнзил Рәис улын 45 йәш­лек матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Һиңә шатлыҡлы көндәр, күңел ты­ныслығы, аҡ бәхеттәр, балаларыңдың из­гелеген күреп, барыбыҙҙы ҡыуандырып, һәр ваҡыт ҡояштай балҡып, туғандарға әлегеләй яҡты йөҙлө, иғтибарлы булып, оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүеңде те­ләйбеҙ.Тыуыр таңдарың тыныс, килер көндәрең имен булһын!
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә, аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә, матур йәй һымаҡ.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңелең түренә.
Барыбыҙға ҡанат, терәк булып,
Талмай атла ғүмер үренә.
Иң изге теләктәр менән әсәйең, ҡатының, балаларың, апайыңдар, туғандарың.
Читайте нас