Быйыл да Баймаҡ йәштәре һынатманы: Ярат ауылы ҡыҙы Гөлсөм Әхмәтова "Башҡортостан Республикаһы Йәштәре көнө" исемле проектын тәҡдим итте һәм иң юғары -290 балл йыйып, грант отто. Грант хаҡы- 2300000 һум тәшкил итә. Башҡортостан Республикаһының Йәштәр эштәре буйынса Федераль агентлығы (Росмолодежь) иғлан иткән конкурста илдең төрлө төбәгенән 7771 эш ҡабул ителгән һәм улар араһында еңеүселәр исемлегендә Гөлсөмдөң дә булыуы икеләтә ҡыуаныс.
Яҡташыбыҙҙың проекты сәләмәт тормошто пропагандалау, туризмды үҫтереү менән берлектә тирә-яҡ мөхитте таҙа тотоу өсөн йыл һайын "Экологик десант" исемле акцияны үткәреүҙе планлаштыра. Шулай уҡ спорт ярыштары, оҫталыҡ дәрестәре, төрлө тренингтар, сәйәхәттәр үткәреү ҙә ҡаралған.
Сараның әлегә аныҡ датаһы билдәле түгел, әммә Йәштәр көнө тап Баймаҡ районында үтәсәк, тигән ышаныста проект еңеүсеһе. Әйткәндәй, Баймаҡ ҡыҙы "Башҡортостан Республикаһының туризмды үҫтереү" үҙәгендә эшләй.
Фото: Гөлсөм Әхмәтованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән алынды.
Автор: Карима Усманова.