Прибельский, Ҡамышлы, Бекет һәм Константиновка мәҙәниәт йорттары рус халҡының яңы йортҡа күсеү менән бәйле ғөрөф-ғәҙәттәрен тасуирланы. Был тирмәлә шулай уҡ рус халҡының боронғо көнкүреш, йәшәү шарттары менән танышырға була ине.
Район үҙәк китапханаһы әҙерләгән “Атайсал” ихатаһындағы тирмә эсендә боронғо башҡорттарҙың йәшәү рәүеше тулыһынса сағылдырылды. Сигелгән таҫтамалдар, мендәрҙәр, сағыу төҫтәрҙәге балаҫтар, башҡорт милли кейемдәре, йәнлек тиреләре, боронғо эш ҡоралдары, арба, сәңгелдәк, һандыҡ – былар барыһы ла тарихҡа байҡау яһарға мөмкинлек бирҙе. Ойоштороусылар был әйберҙәрҙе һәр ауылдан берәмләп йыйып сыҡҡан. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейемдәре, биҙәнеү әйберҙәре лә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Район балалар сәнғәт мәктәбе ҡурайсылары ҡунаҡтарҙы ҡурайҙа уйнап ҡаршы алғандан һуң, район үҙәк китапханаһы методисы Алһыу Насирова данлыҡлы яҡташтарыбыҙ, шағир-яҙыусыларыбыҙ, әлеге көндә сит тарафтарҙа йәшәһәләр ҙә, тыуған төйәктәрен онотмаған һәм һәр саҡ иғәнәсе ярҙамы күрһәтеп торған яҡташтарыбыҙ - Ҡырмыҫҡалы ауылынан Рафаэль Нурмөхәмәтов, Подлубов ауылынан Михаил Малюшиндарҙың стендтары эргәһендә уларҙың биографиялары һәм эшләгән эштәре тураһында йөкмәткеле итеп һөйләне. Шулай уҡ был зонала мәғрифәтсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев һәм легендар командир, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтарҙың уҡытыусы Резеда Әхтәмова төҙөгән шәжәрәләре менән танышырға мөмкин ине.
Ағинәйҙәребеҙ мөнәжәттәр йырлап күрһәтһә, балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Резеда Баҡый ҡыҙы кейеҙ һуғыу серҙәренә төшөндөрҙө.
Илтерәк ауылында йәшәүсе сордва халҡы “Бала саҡ” темаһына тамаша әҙерләп, милли уйындар, йырҙарҙы күрһәтте. Ә районда уңышлы эшләп килеүсе “Родник”, “Шевле”, “Пелеш”, “Сеспель” сыуаш фольклор ансамблдәре һәм сыуаш милли- мәҙәни үҙәге дәртле йырҙар аҫтында “Акатуй” сәсеү байрамын сәхнәләштерҙе.
Ҡабаҡ ауыл Советы ҡорған тирмәлә Ҡолош ауылынан Рәмил Аҙнағоловтың ата-бабаларыбыҙҙан быуаттар буйына һаҡланып килгән боронғо әйберҙәре араһында – еҙ самауыр, үтек, телефон һәм башҡа көнкүреш әйберҙәренән тыш, хатта пулеметтар ҙа бар ине. Улар эргәһендә фотоға төшөргә теләүселәр бихисап булды.
Һөнәрселәр лавкалары үҙенә ылыҡтырҙы
Һөнәрселәр лавкаларында алтын ҡуллы, төрлө яҡҡа һәләтле оҫталарҙың ҡул эштәре барыһының да иғтибарын йәлеп итте. Теләге булғандар бында ҡулдан эшләнгән ювелир биҙәүестәре, күндән һәм башҡа үҙенсәлекле материалдарҙан эшләнгән картиналар, сувенирҙар, эшләпәләр, бәйләнгән уйынсыҡтар һәм кейемдәр һатып алды.
Ҡунаҡҡа саҡырылған Белорет районы Зөйәк ауылынан Гөлсирә Салауатова һәм Прибельский ауылынан Руза Әминева һәм Рәмил Әбделмәновтар шифалы дарыу үләндәренән киптереп эшләгән сәйҙәр, үҙҙәре яһаған майҙарҙы тәҡдим итте.
- Май айынан башлап көҙгә тиклем үләндәр, сәскәләр йыйыу һәм киптереү менән шөғөлләнәбеҙ. Был эш бик күп ваҡытыбыҙҙы һәм көсөбөҙҙө алһа ла, кешеләрҙе дауалауға үҙ өлөшөбөҙҙө индерә алыуыбыҙға шатбыҙ, - ти улар.
Әйткәндәй, улар ҡунаҡтарға бәпембәнән эшләнгән бик тәмле ҡайнатма, үлән сәйе тәҡдим иттеләр.
Үҙ лавкалары менән һабантуйға сыҡҡан һәр кем байрамды йәмләүгә һәм байытыуға үҙ өлөшөн индерҙе. Кемдер шунда уҡ үҙенә кәрәкле әйберен һатып алһа, кемдер улар менән танышып, артабан элемтә булдырыу юлын һайланы.