Районыбыҙҙа бөгөнгө көндә 30 китапхана эшләп килә. Уларҙың араһында етәүһе моделле статусын алған, 4 китапхана куп функциялы үҙәк составына ингән. Бөтә китапханалар ҙа интернет һәм компьютер менән тәъмин ителгән. Ҡырмыҫҡалы үҙәк китапханаһының электрон уҡыу залы булдырылған, бында Борис Ельцин исемендәге электрон китапханаға инеп, үҙеңә кәрәк китапты уҡыу мөмкинселеге бар, был студенттар өсөн бик ҡулай.
Бөгөнгө китапханалар - китап һаҡлағыстар ғына түгел, был ысын мәҙәниәт үҙәктәре. Китапханасылар эше тәү ҡарашҡа ғына тыныс һәм күҙгә ташланып бармаған кеүек күренә. Хәҙерге китапханасынан белемле, киң эрудициялы, тәрбиәле, уҡымышлы, алсаҡ булыу, һәр кем менән уртаҡ тел таба белеү талап ителә. Китапханала төрлө осрашыуҙар, байрамдар уҙғарыла. Мәҫәлән район балалар китапханаһының баш китапханасы Людмила Дмитриева етәкселегендә 2019 йылдан алып «Библиоша” ижади ойошма бик уңышлы эшләп килә. Бында 6 йәштән алып 16 йәшкә тиклемге ҡурсаҡ театры яратҡан балалар йөрөй.
Йәш китапханасылар йыл һайын районда уҙғарылған «Үҫеш нөктәһе” йәштәр форумында ҡатнашып икенсе йыл еңеүгә өлгәштеләр, бүленгән аҡсаға күреү һәләте буйынса инвалид балалар өсөн тактиль китаптар эшләнеләр.
2019 йылдан бирле район үҙәк китапханаһы методисы Эльвира Байназарова етәкселегендә компьютер технологияһына уҡытыу түңәрәге эшләй. Түңәрәккә оло йәштәге кешеләр бик теләп йөрөй.
Бөтә ғаләм интернетҡа күсеп бөтһә лә, телефон һәм компьютер аша теләгән китабыңды табып уҡый алһаң да, китапханаға килеп йәнең теләгән китапты тотоп ҡарап, һайлап алып уҡыуға етмәйҙер. Китапханаларға килегеҙ, китаптар уҡығыҙ. Китап уҡыған кеше бер ваҡытта ла юғалып ҡалмаҫ һәр һорауға яуап табыр тигән боронғолар.
Районда эшләгән бөтә китапханасыларыбыҙҙы ла һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, яңы ижади уңыштар, яңы идеялар һәм уларҙы тормошҡа ашырыуығыҙҙы теләйбеҙ.
Алһыу Насирова, район үҙәк китапханаһының баш китапханасыһы.