Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
14 Май 2021, 09:38

Тыл эшсәне юбилейын билдәләне

Ошо йәмле май көндәренең береһендә Мөкәй ауылынан Нәбирә Рәхмәтуллина үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләне.

Бала саҡтары ауыр һуғыш йылдарына тура килгән тыл эшсәндәре хеҙмәтсәндәрен юбидейҙары менән ҡотлау һәм рәхмәт һүҙҙәрен әйтеү изге йолаға әүерелде.
Ошо йәмле май көндәренең береһендә Мөкәй ауылынан Нәбирә Рәхмәтуллина үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләне.
Нәбирә Солтан ҡыҙына өлкәндәр менән иң ауыр эштәрҙе башҡарырға тура килә - улар урман да киҫә, баҫыу эштәрен дә башҡара, илебеҙҙе һуғыштан һуң тергеҙеүҙә лә ҡатнаша.
Артабан Нәбирә Рәхмәтуллина бар ғүмерен тыуған хужалығында эшләүгә бағышлай. “Урал” колхозында һауынсы ла, сөгөлдөрсө лә булып эшләй. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, уҙаман бөгөн дә баҡса үҫтерә, ҡош-ҡорт үҫтерә.
Нәбирә инәй дүр баплаһының береһе – улы ғаиләһендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә.
Уны юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы сәләмәтлек, иғтибар, яҡындарының хәстәрлеген теләйбеҙ, - тип яҙалар район хзакимиәте сайтында
Гөлсәсәк Аласова.
Читайте нас: