Изге йорттоң имам-хатибтары Урал хәҙрәт һәм Ринат хәҙрәт йыйылған халыҡты байрам менән ҡотланы, вәғәз һөйләне, Ураҙа ғәйетенең мәғәнәһе нимә булыуын аңлатты.
Байрамды үткәреүҙә Ҡамышлы ауыл Советы хакимиәте башлығы Илгиз Бикҡужин иғәнәселек ярҙамы күрһәтте. Ауыл халҡы ла буш ҡул менән килмәне, һәр береһе күстәнәстәр, ҡоймаҡтар, бауырһаҡтар бешереп килтерҙе.
- Киләһе йылдың да Ураҙа ғәйетен күрергә насип булһын, тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын, илебеҙҙә тыныслыҡ хакимлыҡ итһен, тип таралышты халыҡ байрамдан.