Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
14 Май 2021, 07:48

Байрамың менән, ҡәҙерлебеҙ!

Илүсә аҡыллы, сая, үткер, матур ҡыҙ булып буй етә. Шул мәлдә ошо матурлыҡҡа Ҡарлымандың иң шәп һәм сибәр егеттәренең береһе Әлфәт үлеп ғашиҡ була. Ғаилә ҡорола.

Байрамың менән, ҡәҙерлебеҙ!
Бөтә донъя матурлыҡҡа, шау сәскәгә мансылған мәлдә Ҡарлыман ауылында йәшәүсе ҡәҙерле кешебеҙ - беҙгә ғүмер бүләк итеүсе, иркәләп-наҙлап үҫтереүсе әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, яратҡан тормош иптәшем Әминева Илүсә Ғилман ҡыҙы күркәм юбилейын билдәләй.
Башҡортостаныбыҙҙың иң матур урындарының береһе - Мәләүез районының Әбет ауылында күмәк балалы ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килә Илүсә Ғилман ҡыҙы. Туғыҙ йәшендә генә атайһыҙ ҡалған Илүсә апаһы, ағаһы менән бергә әсәләренең төп ярҙамсыларына әйләнә, һеңлеләрен ҡараша, бар эштәрҙә лә ҡатнаша. Ауыр булһа ла , ҡәҙерле нәнәйебеҙ - Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Тайфа Кәлимулла ҡыҙы бирешмәй, яңғыҙы биш балаһына ла лайыҡлы тәрбиә, белем бирә, бар ғүмерен ғәзиз балаларына бағышлай.
Илүсә аҡыллы, сая, үткер, матур ҡыҙ булып буй етә. Шул мәлдә ошо матурлыҡҡа Ҡарлымандың иң шәп һәм сибәр егеттәренең береһе Әлфәт үлеп ғашиҡ була. Ғаилә ҡорола. Йәш ғаиләнең татлы емештәре - Эльмира, Гөлназ, Азамат һәм Азат донъяға килә.

Әсәйебеҙ эштә лә,тормошта ла һынатмай, һәр саҡ алдынғыларҙан була. Уҡытыусы һөнәрен һайлаған әсәйебеҙ үҙ эшенә тоғро ҡалып, Ҡарлыман мәктәбендә уҡыусыларға башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән белем биреү дәүерендә ул үҙен һөнәри яҡтан үҫешкән, һәр баланың күңеленә юл таба белгән, юғары педагогик оҫталыҡҡа эйә булған, талапсан, ғәҙеллеккә, намыҫлылыҡҡа , яҡшылыҡҡа, ҡыйыулыҡҡа әйҙәүсе ысын уҡытыусы итеп танытты. Әле инде ҡәҙерлебеҙ хаҡлы ялда.

Уҡытыусы!
Ниндәй гүзәл исем!
Кеше итеп һине әҙерләй
Тормоштоң ул көрәшсеһе итә,
Кескенәнән һөйә, ҡәҙерләй!

Бөгөн дә һин, ҡәҙерле кешебеҙ, үҙеңдең тирә-яғыңдағы кешеләргә шатлык өләшәһең, олоһона ла, кесеһенә лә һин кешелекле һәм игелекле, абруйлы кәңәшсеһең. Шуға күрә лә оло ихтирам яулағанһың.
Әсәйебеҙ беҙҙең өсөн мәңгелек нур һибеүсе ҡояш кеүек: уның менән яҡты ла, йылы ла, рәхәт тә. Беҙ уның аҡыллы,төплө кәңәштәренә таянабыҙ, көслө рухлы, талапсан булыуын хөрмәт итәбеҙ, кешелеклелеге алдында баш эйәбеҙ, миһырбанлы, итәғәтле булыуына һоҡланабыҙ.
Беҙгә, ике ҡыҙы һәм ике улына яҡшы тәрбиә бирҙе, белем алырға һәм үҙ аллы тормош ҡорорға ярҙам итте атай-әсәйебеҙ. Ейәндәрен, кейәүҙәрен һәм килендәрен дә үҙ балаһылай яраталар, яҡын күрәләр. Форсат сыҡҡан һайын яндарына ҡайтып торорға тырышабыҙ.
Һөйөклө әсәйебеҙҙе күркәм байрамы менән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡәҙерле әсәй, һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт. Киләсәктә лә тормошобоҙҙоң йәме, тыуған йортобоҙҙоң ҡото булып, һөйөклө атайыбыҙ менән оҙаҡ йылдар сәләмәтлектә, күңел тыныслығы менән оҙон-оҙаҡ ғүмер кисерергә насип булһын!

65 йәш ул ни бары 65 ҡыш, 65 йәй һәм яҙ ғына. Йөҙҙәреңдә нур уйнап торғанда, һинең өсөн ул ғүмерҙең йәйе генә. Әле уның көҙөндә лә, ҡышы ла, әбейҙәр сыуағы ла булыр, Аллаһ теләһә. Һиңә беҙҙән бер генә теләк - һаулыҡ. Киләсәктә иреңдән, балалар һәм ейәндәреңдән изгелек һәм шәфҡәт күреп, тормошҡа һөйөнөп йәшәргә яҙһын!

Тормош иптәшең, балаларың, ейәндәрең Гүзәл, Арыҫлан,Урал, Камила, Морат, Мәҙинә һәм Рамазан.
Читайте нас: