Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
10 Май 2021, 10:31

Еңеү байрамы гөрләп үтте!

Район үҙәгендә Еңеү байрамы иҫ китмәле матур үтте. Халыҡтың һабантуйға йыйылған кеүек байрамға сығыуына иртә таңдан ҡояш нурҙары йәлләмәй һибеүе лә булышлыҡ иткәндер, моғайын. Өс сәғәтлек тулы йөкмәткеле концертты ла халыҡ һағынып ҡараны.Тулыраҡ мәҡәлә сайтта.

Район Мәҙәниәт һарайы артистары, үҙешмәкәр сәнғәт һәүәҫкәрҙәре, ауыл Мәҙәниәт йорттары үҙешмәкәрҙәренең матур сығыштары, "Далан", "Йондоҙ" бейеү ансамблдәренең осҡон сәсеп торған бейеүҙәре бар иғтибарҙы үҙенә йәлеп итте. Сығыштар алҡыштарға күмеп оҙатылды.
Район Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто хеҙмәткәрҙәре ойошторған мастер-кластарҙа балалар теләп ҡатнашты. Улар Еңеү билдәһе, ҡағыҙҙан ҡәнәфер сәскәһе, күгәрсен эшләнеләр.
Балалар үҙҙәре төшөргән Еңеү темаһына һүрәттәр аллеяһы ла күптәр ҡыҙыҡһынып ҡараны.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.
Читайте нас: