Даирә
+20 °С
Облачно
Байрамдар
6 Мая 2021, 09:11

Һуғыштың тере шаһиттары

Бөйөк Ватан һуғышы яуҙарында райондан 12834 кеше ҡатнашҡан. Уларҙың 7903 һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған, йәғни һуғышҡа киткән һәр өсөнсө һалдат ҡына йортона иҫән әйләнеп ҡайтҡан. Барлыҡ совет халҡы кеүек, кешелек тарихында ҡанҡойғос һәм дәһшәтле һуғышта ҡырмыҫҡалылар шулай ғүмерҙәре менән түләгән. Ауылдарҙа һәләк булған фронтовиктарҙың исемдәре яҙылған мәрмәр плиталар һәм обелисктарҙа бер фамилиялы байтаҡ кешеләрҙе табырға мөмкин, ҡайһы бер ғаиләләрҙән фронтҡа киткән өсәр-дүртәр кеше кире әйләнеп ҡайтмаған. Күптәре имгәнгән һәм таҙалыҡтары ҡаҡшаған йәки ҡайтҡас вафат булғандар. Бөгөн район биләмәһендә 8 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй.

Тағы бер фронтовик – Һарт-Науруз ауылында тыуып-үҫкән Ғәлиәскәр Ғайфулла улы Әминев бөгөнгө көндә Өфө ҡалаһында ғүмер итә. Ә иң өлкән ветеран – Сахай ауылында йәшәүсе Сабирйән Әсфәндийәровҡа ағымдағы йылда 104 йәш тула. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул утлы йылдарҙың тере шаһиттары кәмегәндән-кәмей. Һеҙҙең батырлығығыҙ үлемһеҙ, ҡәҙерле уҙамандар! Был һуғышта һәләк булған һәм иҫән ҡалғандарға мәңгелек дан!
Читайте нас