Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
6 Май 2021, 13:55

Сәйфуллина Рәмилә Ән­үәр ҡыҙына

Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе хөрмәтле Сәйфуллина Рәмилә Ән­үәр ҡыҙын күркәм юби­лейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, йән һәм күңел тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныстар, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һәр атҡан таңға ҡыуанып, балаларыңдың, ейән-ейән­сәрҙәрең­дең уңыштарына, бәхетенә һөйөнөп, уларҙың һәм туғандарыңдың игелектәрен, изгелектәрен күреп, яратыуҙарын, хөрмәт-ҡәҙерләүҙәрен тойоп, шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә бәхетле, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисерергә яҙһын.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һеҙгә,
Көнөгөҙҙө шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек — иң ҙур бәхет тиҙәр,
Шуныһы бигерәк ситләп уҙмаһын.
Һеҙгә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә!
“Даирә”ләр.
Читайте нас: