Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле оҙон ғүмер, мул тормош, йән тыныслығы, һәр атҡан таңға ҡыуанып йәшәүеңде теләйбеҙ. Яҡындарыңдың, нәҫел-ырыуҙың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, шатлыҡ-ҡыуаныста, оҙон-оҙаҡ йылдар һөйөнөп кенә йәшәргә яҙһын.
Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Юлдарыңа гөлдәр һибелһен.
Ғүмерҙәрҙең һәр бер таңы
Бәйләм-бәйләм бәхет килтерһен.
Иң изге теләктәр менән әсәйең Фәйлә, барлыҡ туғандарың исеменән ҡустың Мәхмүт.