Даирә
+17 °С
Облачно
Байрамдар
4 Мая 2021, 07:00

Олатайҙарыбыҙ батырлығы онотолорға тейеш түгел!

Олатайым Ҡарлыман ауылынан Батыршин Сафа Зариф улы Бөйөк Ватан һуғышында телефонист булып хеҙмәт иткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип булмай. Яу яланында дошмандар пуляһынан һәләк булып ҡала. Быйыл да "Үлемһеҙ полк" акцияһы онлайн режимда үтеү сәбәпле, беҙ олатайыбыҙҙы "Үлемһеҙ полк"ка онлайн рәүештә теркәнек. Һеҙ ҙә яҡындарығыҙҙы түбәндәге ссылка буйынса теркәй алаһығыҙ.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгәндә "Үлемһеҙ полк" акцияһы онлайн режимда ғына үткәйне, 2021 йылға күсерелә, тигәйнеләр.
Әммә быйыл да был сара 9 майҙа онлайн үтәсәк. Ошонда геройҙарҙы теркәргә мөмкин:Үлемһеҙ полк Онлайн 2021. Проект эше буйынса барлыҡ мәғлүмәтте 8 (800) 2019450 телефоны йәки polkonline@polkrf.ru адресы аша алып була.
Гөлсәсәк Аласова.
Читайте нас