Даирә
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
2 Май 2021, 09:05

Клара Мансур ҡыҙы Исхаҡоваға

Ҡарлыман ауы лын да йәшәүсе ғәзиз дәр ҙән-ғәзиз әсәйебеҙ, һөй көмлө өлә сәйебеҙ Клара Мансур ҡыҙы Исхаҡованы күркәм байрамы – 80 йәшлек юбилейы менән ҡай нар ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерлебеҙ, һин беҙ гә күгебеҙҙә бал ҡыған яҡты яҙғы ҡояш кеүекһең. Һин тыуған йор тобоҙҙоң тотҡаһы. Яғым лы һүҙҙәреңде ишетеү, ар ҡанан һөйөп яратыуҙарыңды тойоу, үҙе бер бәхет. Һин бул ғанда тормошобоҙ бөтөн, аҙым дарыбыҙ ышаныслы. Беҙгә биргән матур тәр биәң, ҡайнар мөхәббәтең, хәс тәрлегең, сабыр лығың, һаман беҙҙе ҡайғыртып йәшәүең өсөн рәхмәт. Ауырлыҡтар алдында баш эймәйенсә, йә шәү ҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелек тәрен күреп, бала ла рыңдың күңел йылыһын тойоп, бәхет-шатлыҡта, мул тормошта, иҫәнлектә, һаулыҡта ғүмер итергә насип итһен.
Киләсәктә ейән-ейәнсәрҙәреңдең, бүлә-бүләсә ләреңдең матур яҙмышына шаһит бу лып, уларҙың һөйөнөстәренә ҡыуанып, донъя рәхәтлектәрен кисереп, яҡындарыңа йәшәйеш сығанағы булып, именлектә, бәхеттә, күңел нуры менән килер көндәребеҙҙе яҡтыртып йәшә лә йәшә.
Сәләмәт бул ҡәҙерлебеҙ, гел йылмайып йәшә!
Бәхет ҡунһын күңел түреңә.
Барыбыҙға ҡанат, терәк булып,
Талмай атла ғүмер үреңә.
Ерҙә ҡояш нуры балҡығандай,
Һин балҡыйһың беҙҙең күңелдә.
Тормошобоҙ һинең менән йәмле,
Рәхмәтлебеҙ һиңә мәңгегә.
Иң изге теләктәр менән балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.
Читайте нас