Даирә
-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
23 Апрель 2021, 10:40

Ғәлиев Мансур Нәсибулла улына

Иҫке Бәпес ауылында йә­шәүсе ағайыбыҙ, туғаныбыҙ Ғәлиев Мансур Нәсибулла улының 65 йәшлек матур юбилейы менән тәбрикләп, йөрәк түренән сыҡҡан иң йылы, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Киләсәктә тормошоң нурлы, һаулығың ныҡлы, күңелең көр, ғүмерең оҙон һәм бәхетле булһын. Яҡындарыңа терәк-таяныс булып, тормоштан йәм табып, ҡыуанып йәшәргә яҙһын. Сабыр холоҡло, мәрхәмәтле, ярҙамсыл булыуың өсөн мең рәхмәт.
Күңелеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бәхет, шатлыҡтар.
Күпме булһа ерҙә изге теләк,
Беҙ теләйбеҙ һиңә барыһын да
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Тыуыр көндөң һәр бер таңында.
Иң изге теләктәр менән ағайың Мансаф, туғандарың Лидия, Нәсих, Гөлфиә, Әлфиә, Финә.
Читайте нас