Даирә
+25 °С
Ясно
Байрамдар
21 Апреля 2021, 10:38

Урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре көнө менән, дуҫтар!

Бөгөн район Мәҙәниәт һарайында урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре байрамы тантаналы шарттарҙа билдәләнде. Бер төркөм тырыш, һәләтле, бар яҡтан да өлгөр район хакимиәттәре башлыҡтары, урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре, урынбаҫарҙары, ауыл Советы депутаттары район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров һәм район Советы рәйесе Ринат Шайбәков ҡулынан Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Урындағы үҙидара органдары республика халҡы өсөн мәшғүллек, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, коммуналь хужалыҡ эше, юлдарҙы төҙәтеү һәм башҡа нәмәләргә ҡағылышлы иң мөһим мәсьәләләрҙе хәл итә. Райондың социаль-иҡтисади үҫешен яҡшыртыу, халыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырыу яуаплылығы урындағы үҙидара органдарының иңенә һалынған. Депутаттар корпусы район һәм ауыл Советтарында урындағы әһәмиәтле һорауҙарҙы хәл итә, үҙҙәренең округтарында йәшәгән граждандарҙың мәнфәғәтен яҡлай. Урындағы үҙидаралыҡтың башҡарма органдары ауыл биләмәләренең, райондың көндәлек йәшәйеше менән идара итә, бөтә төр эшмәкәрлек өлкәләре менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Шуға ла муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙән тәрән белем, заманса киң даирә, оло яуаплылыҡ һәм тырышлыҡ талап ителә. Улар халыҡтың ышанысын аҡлай икән, тимәк урындағы үҙидара органдарының, депутаттарҙың роле ҙур тигән һүҙ. Һеҙгә киләсәктә лә, эшегеҙҙә ҙур уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек, ауыр һәм яуаплы эшегеҙҙә түҙемлек теләйбеҙ.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.
Читайте нас