Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
20 Апрель 2021, 08:59

Йәрмөхәмәтова Рәйлә Миҙхәт ҡыҙына һәм Абдрафиҡова Ләйлә Миҙхәт ҡыҙына

Ибраhим ауылында йәшәүсе һөйөклө ҡатыным, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Йәрмөхәмәтова Рәйлә Миҙхәт ҡыҙын hәм игеҙәк hыңары ошо ауылда тыуып үҫ­кән, Бишауыл-Уңғар ауылында йәшәүсе апайыбыҙ Абдрафиҡова Ләйлә Миҙхәт ҡыҙын 55 йәшлек күркәм юбилей­ҙары менән ҡотлайбыҙ.

Һеҙҙе ҡотлап, иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе генә теләйбеҙ: көслө рухлы һәм кешелекле, йомарт һәм ярҙамсыл, сәләмәт булығыҙ! Уй-теләктәрегеҙ киң, тыуар таңдарығыҙ тыныс, һаулығығыҙ ныҡлы, ғүмерегеҙ бәхетле булһын! Һәр саҡ шулай йылмайып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Оҙаҡ йәшә, бул һин бәхетле.
Яныбыҙҙа һин булғанда ғына,
Беҙ ҙә булырбыҙ бәхетле.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Мөнзар, ҡыҙың Зөһрә, улдарың Фирзан, Руслан, Рушан, кейәүең Роберт, килендәрең Лилиә, Эльвира, ейән-ейәнсәрҙәрең Сыңғыҙ, Тимур, Арсен, Нәргизә, Камил.
Читайте нас