Милли матбуғатҡа өҫтөнлөклө шарттар кәрәкме?
Сара Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йәмәғәт ойошмаһы башланғысы менән үткәрелде. Форум республика халыҡтарының үҙенсәлеген һаҡлауҙың, йәмғиәттә татыулыҡты нығытыуҙың мөһим ҡоралы булған Башҡортостан халыҡтары телдәрендә сығып килгән баҫма һәм электрон киң мәғлүмәт сараларына ярҙам итеү маҡсатында ойошторолдо. Милли киң мәғлүмәт саралары араһында тәжрибә уртаҡлашыу, уларҙың яңы эш алымдарын, тармаҡтағы дөйөм проблемаларҙы асыҡлау һәм уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләү, журналистарҙың һөнәри үҫешеүенә этәргес биреү йыйындың төп бурыстары булып торҙо.
Форум программаһы бик бай ине: пленар ултырыштар, секциялар эштәре, оҫталыҡ дәрестәре, кәңәшмәләр, осрашыуҙар... Бынан тыш, 16 апрелдә республикала билдәләнгән Милли кейем көнө лә онотолманы – күптәр милли кейемдә килгәйне, журналистарҙың кейемдәрендә милли стиль элементтары өҫтөнлөк итте. Ошоға бәйле конкурстар һәм флешмобтар ҙа ойошторолдо.
Форумдың тәүге көнөндә сарала ҡатнашыусыларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова менән Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Максим Ульчев сәләмләне. Артабан башҡорт телендә сыҡҡан баҫмалар һәм уларҙың баш мөхәррирҙәре өсөн Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты менән берлектәге ултырыш булды. Шунда уҡ әүҙем журналистарға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бүләктәре тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында “Башҡортостан” гәзите лә бар ине.
Тәүге көндө форумдың пленар өлөшөндә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Телерадиотапшырыуҙар милли ассоциацияһы генераль директоры Александр Широких, Воронеж ҡалаһынан килгән ҡунаҡ, профессор, журналистика факультеты деканы Владимир Тулупов ҡатнашты.
– Быйыл илебеҙҙә мөһим сәйәси саралар көтөлә – Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һәм башҡалар. Республикала оҙаҡ йылдар татыу йәшәгән төрлө дин, милләт вәкилдәрен ыҙғыштырырға теләгән кешеләр ҙә юҡ түгел. Бындай мөһим саралар алдынан беҙгә берләшергә, бергә эшләргә кәрәк, – тине Урал Килсенбаев.
Милли матбуғатҡа килгәндә, ул баҫмаларға элекке йолаларын, традицияларын да һаҡларға, яңы технологияларға ла ынтылырға кәңәш итте.
Пленар ултырышты алып барған Эльвира Айытҡолова спикерҙар алдына бер һорау ҡуйҙы: әлеге шарттарҙа милли баҫмаларға өҫтөнлөктәр булырға тейешме? Александр Широкихтан башҡа барыһы ла был һорауға ыңғай яуап бирҙе. Ул иһә бөтә матбуғат баҫмалары ла көнәркәшлек шарттарында эшләргә тейеш, тигән фекерен әйтте.
Артабан пленар ултырыш аралашыу шарттарында дауам итте. Ойоштороусылар махсус рәүештә пленар ултырышҡа ҙур докладтар әҙерләмәне, шуға күрә ул фекер алышыуға ҡоролдо. Журналистар үҙ проблемалары менән уртаҡлашты.
Урал Килсенбаев журналистарҙың бер төркөмөнә юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең хеҙмәттәшебеҙ, “Башҡортостан” гәзитенең биҙәлеш мөхәррире Ирек Ғәлиев тә бар ине. Уға Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы тапшырылды.
Пленар ултырыштан һуң иһә йыйында ҡатнашыусылар секция ултырыштарына таралды. Беренсеһендә – матбуғат баҫмалары, икенсеһендә – теле- һәм радио журналистар, өсөнсөһөндә интернет һәм социаль селтәрҙәрҙә эшләгән өсөн уҡыу үтте.
Башлыҡтың килеүе йыйындың абруйын арттырҙы
Форумдың икенсе көнө шулай уҡ бай программалы булды. Тәүге көндәге эшлекле һөйләшеү дауам итте. Иртә таңдан секциялар ултырыштары, эшлекле уйындар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
“Медиайыйын”дың иң мөһим ваҡиғаһы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың килеүе булды. “Красноусол” шифаханаһы майҙансығы республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларынан 250-нән ашыу баш мөхәррир, журналист, блогер һәм тармаҡ белгестәрен йыйғайны. Уларҙың барыһы ла республика етәксеһе менән күҙгә-күҙ ҡарап аралашты, һорауҙарын бирә алды.
Ултырышта киң матбуғат саралары эшмәкәрлегенә ҡағылған көнүҙәк мәсьәләләр һәм милли телдәрҙә сыҡҡан баҫмаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында һөйләшеү булды.
Төбәк етәксеһе үҙ сығышында редакция коллективтарына Башҡортостан халыҡтары телдәрен, тарихын һәм мәҙәниәтен һаҡлауға индергән өлөштәре өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе.
– Һеҙ милли телдәрҙе һаҡлаусы һәм кешегә еткереүсе булып тораһығыҙ. Ә был – ғилми категория ғына түгел, ә республикабыҙҙа йәшәгән милләттәрҙе берләштереү сараһы ла, – тине Радий Хәбиров. – Ил Президенты Владимир Путиндың яңыраҡ милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса Совет ултырышында әйткән һүҙҙәрен миҫал итеп килтерәм: “Ҙур, күп милләтле Рәсәй өсөн кешеләрҙең теләктәшлеге, Ватаныбыҙ яҙмышына ҡағылышлы булыуы тойғоһо, уның бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн яуаплылыҡ хисе – дөйөм Рәсәй берҙәйлеге, граждандарҙың үҙаңы принципиаль, хәл иткес мәғәнәгә эйә”. Әле беҙ быға айырым иғтибар менән ҡарарға тейешбеҙ, сөнки ҡатмарлы заманда йәшәйбеҙ. Минеңсә, Башҡортостанды төйәк иткән халыҡтарҙың дуҫлығы – республикабыҙҙың төп ҡиммәте.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, бөгөн республика халҡының 70 проценты мәғлүмәтте социаль селтәрҙәр аша ала, улар хәҙер заман мәғлүмәт мөхитенең төп өлөшөнә әйләнде. Һәм киң матбуғат сараһын уңышлы үҫтереү өсөн интернет-майҙансыҡтарҙа, шул иҫәптән мессенджерҙар һәм социаль селтәрҙәрҙә булыу мөһим. Радий Фәрит улы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡҡа социаль селтәрҙәрҙә эшләгән редакция белгестәре өсөн уҡытыу ойоштороу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
– Беҙ әүҙем эшләгән урында аудиторияның ҡыҙыҡһыныуы тойола. Был йәһәттән беҙҙең ҡағыҙ һәм электрон баҫмаларға, телерадиокомпанияларға үҙенсәлекле үҫешеү өсөн мөмкинлек бар, – тине Радий Хәбиров.
Республика матбуғат баҫмаларының ижади башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостан Башлығы 100 мең һумлыҡ 100 грант булдырырға тәҡдим итте. Был проекттың операторы булып Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы торасаҡ.
Тағы бер мөһим мәсьәлә – редакцияларҙы, айырыуса район баҫмаларын кадрҙар менән тәьмин итеү. Ул эш хаҡы проблемаһын хәл итеүгә бәйле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тармаҡта хеҙмәт хаҡы төбәктәге уртаса эш хаҡынан күпкә түбән.
Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, 2022 йылда республика был юҫыҡта финанслау өсөн өҫтәмә 74 миллион һум аҡса бүләсәк. Был тармаҡта эш хаҡын 25 процентҡа арттырыу мөмкинлеген бирәсәк.
Тағы бер яңылыҡ – киләһе йылда Матбуғат йортон капиталь ремонтлау өсөн проект әҙерләнәсәк.
– Был – беҙҙең журналистар өсөн изге урын. Тик 1973 йылда уҡ төҙөлгән бинаның тышҡы йөҙө һәм техник хәле заман талаптарына яуап бирмәй. 2023 йылда уны капиталь ремонтларға тырышасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Артабан Башҡортостан Башлығы журналистарға юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Хеҙмәттәштәребеҙ мәртәбәле ордендар, Почет грамоталары һәм атҡаҙанған хеҙмәткәр исемдәрен алды. Бында ла “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәре булыуы ҡыуандырҙы. Баҫмабыҙҙың Учалы, Бөрйән, Белорет төбәктәрендәге үҙ хәбәрсеһе Римма Солтанова Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре булды.
Артабан форумды дауам итеп, секция ултырыштарында ҡатнашҡан журналистар һөйләшеү барышында барлыҡҡа килгән тәҡдимдәрен әйтте. Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов төбәк Башлығынан һөнәри берлеккә ярҙам итеүҙе һораны. Союзға эш өсөн бина кәрәк. Радий Хәбиров үҙенең хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаевҡа был мәсьәләне хәл итеү мөмкинлеген өйрәнергә ҡушты.
– Мин республика журналистарында партнерҙар һәм фекерҙәштәр күрәм. Киң матбуғат саралары халыҡ араһында иң көнүҙәк проблемалар буйынса әүҙем аңлатыу эше алып барырға тейеш. Ташҡынмы ул, коронавирустан вакцинациялаумы – бер нимә лә төшөп ҡалмаҫҡа тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, Башҡортостан илдә милли проекттарҙы яҡтыртыу буйынса беренсе урындарҙа тора, бында милли телдәрҙә эшләгән киң матбуғат сараларының да өлөшө ҙур.
“Тамыр” балалар телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина милли контентты маҡсатлы финанслау проблемаһын күтәрҙе, шул иҫәптән башҡорт телендә сериалдар һәм балалар тапшырыуҙары төшөрөү өсөн. Йәнә Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында “Журналистика” белгеслеге буйынса бюджет урындарын тергеҙеү мәсьәләһен күтәрҙе.
Радий Хәбиров белдереүенсә, милли контентты финанслау дауам итәсәк.
– Беҙ хәлде өйрәнәсәкбеҙ һәм БДУ-ла журналистар өсөн бюджет урындарын һаҡлау буйынса ҡарар табырға тырышырбыҙ. Минеңсә, был осраҡта бюджетта уҡыу маҡсатлы булырға тейеш, уҡып сыҡҡан студенттар район гәзиттәренә йәки муниципаль телеканалдарға эшкә барырға тейеш, – тине ул.
Шулай уҡ Радий Хәбиров форумда ҡатнашыусылар һорауына яуап биреп, республикала журналистарҙы һөнәри уҡытыу буйынса медиамәктәп булдырыу тәҡдимен хупланы. Уның фекеренсә, был проектты Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты нигеҙендә алып барыу кәрәк. Уҡытыу шул иҫәптән дистанцияла ла булырға һәм махсус сертификаттар тапшырылырға тейеш.
“Юлдаш” мәғлүмәт-музыка радиоканалы етәксеһе Миләүшә Йәғәфәрова Башҡортостанда милли киң матбуғат саралары араһында федераль конкурс ойошторорға тәҡдим итте. Радий Фәрит улы был идеяны хупланы һәм агентлыҡҡа мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләргә ҡушты.
– Бөгөн мин бик күп ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр һәм идеялар ишеттем, һеҙ үҙ-ара аралаштығыҙ, эксперттарҙы тыңланығыҙ. Тармаҡтағы барлыҡ проблемаларҙы бер йыл эсендә хәл итеп бөтөп булмағаны аңлашыла, тик бөгөндән алға китеш бар. Был форумды йыл һайын үткәрергә тәҡдим итәм, – тине ул.
Журналистар йыйындан күтәренке кәйеф менән, дәртләнеп таралышты. Төбәк етәксеһенең милли матбуғат проблемаларына битараф түгеллеге, тармаҡтағы барлыҡ проблемаларҙы яҡшы белеүе, белеү генә түгел, уны хәл итеү юлдарын тәҡдим итеүе – ысынлап ҡанатландыра торған күренеш ине.